Социаль мәсьәлә
29 Августа 2025, 19:10

Дүрт ғаилә өйлө булды

Ер урынына аҡсалата компенсацияны һайлаған улар.

Дүрт ғаилә өйлө булдыДүрт ғаилә өйлө булды
Дүрт ғаилә өйлө булды

Ҡариҙел районында йәшәүсе дүрт ғаилә бер юлы торлаҡ сертификаттары алды. Улар – торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү дәүләт программаһында ҡатнашыусылар.

Район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин тантаналы шарттарҙа бәхетле ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы һәм был сараның халыҡ тормошо сифатын күтәреүҙә әһәмиәтен билдәләне.

Ғәҙәттәгесә ер участкаһы алыу урынына ғаиләләр аҡсалата компенсация алыуҙы өҫтөн күргән. Улар сертификатты торлаҡ алыуға, йорт төҙөүгә йәки ипотеканы түләүгә тотона ала. Ер урынына сертификаттар алыу программаһы күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙә һөҙөмтәле сара булыуын раҫланы.

Фото: “Ҡариҙел” гәзите сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас