Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Сентябрь 2025, 01:50

“Береһе лә артыҡ, сит түгел!”

Наил Нурғәли улы менән Гөлфиә Ғүмәр ҡыҙы ете баланы тәрбиәгә алған.

“Береһе лә артыҡ, сит түгел!”
“Береһе лә артыҡ, сит түгел!”

Сибайҙа Ғәйнуллиндарҙың  ҙур, татыу ғаиләһе йәшәй. Наил Нурғәли улы менән Гөлфиә Ғүмәр ҡыҙы ете баланы тәрбиәгә алып, уларға ата-әсәләрен алмаштырған. Илья, игеҙәк малайҙар Александр һәм Иван, Камила, Орландо, Арслан һәм тағы ла бер бәләкәй Илья.

Ғәйнуллиндар йорто һәр саҡ шау-гөр килеп тора, бында күңелле һәм йәмле. Балалар өсөн уйын һәм эш зоналары, спорт менән шөғөлләнеү, ижад итеү, велосипедтар һәм самокаттар урыны булдырылған. Йәйгеһен бөтә ғаилә менән бассейнда һыу инәләр, кискеһен мәктәптәге эштәр тураһында фекер алышалар, план төҙөйҙәр.

 Ата-әсә балаларға уңайлылыҡ тыуҙырыу менән бергә дәрестәрҙе әҙерләшә, йыйылыштарға йөрөй, улар ҡатнашҡан ярыштарҙы күҙәтә. Һөҙөмтә бар: балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡый, спорт турнирҙарында еңә, концерт һәм конкурстарҙа ҡатнаша.

Камила, Иван һәм Александр музыка менән шөғөлләнә, мәктәп һәм ҡала сәхнәләрендә сығыш яһай. Ҡыҙҙар гимнастика менән шөғөлләнә. Өлкән Илья улдары – футбол командаһы капитаны, матчтар ойоштора, ә кесе Илья бейергә ярата, конкурстарҙа ҡатнаша. Ҡыҙҙар әсәләре менән бергәләп бәлеш бешерергә, тегергә, фортепинола уйнарға өйрәнә. Малайҙар күберәк атаһы янында өйрөлә, автомобиль ремонтлау, биләмәне төҙөкләндереү менән булыша. Бөтәһе лә Наил Нурғәли улы ойошторған “биш саҡрым” йүгерешендә аҙна һайын ҡатнаша.

Ғәйнуллиндар балаларын хеҙмәт һөйөүсәнлеккә, яуаплылыҡҡа һәм бер-береһе тураһында хәстәрлек күрергә өйрәтә. Улар ғаиләнең ниндәй көскә эйә булыуын яҡшы аңлай, ғаилә – ул ярҙам, ышаныс һәм дөйөм еңеүҙәр шатлығы.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас