

Беҙ ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең эшен һәр саҡ байрам мөхитендә, сәскә гөлләмәләре, шампан, уйын-көлкө, шатлыҡ солғанышында күреп өйрәнгәнбеҙ, шуға күрә уларҙың хеҙмәте ситтән ҡарағанда еңел дә, күңелле лә тойола. Мишкә районының ЗАГС бүлеге мөдире Алина Байгузиновна Тереғолова беҙгә эштәренең күҙгә күренмәгән “ҡараңғыраҡ” яғын, көндәлек мәшәҡәттәре менән таныштырғас, ЗАГС аббревиатураһы артында белгестәрҙең ҡолас етмәҫлек хеҙмәте, кеше яҙмыштары ятҡанын аңланыҡ. Улар донъяға килгән һәр сабыйҙы теркәй, исем ҡушырға йәки уны алыштырырға ярҙам итә, яңы ғаилә барлыҡҡа килеүҙә ҡатнаша. Ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашырға, ниндәй яңылыҡтарҙы үҙләштерергә тура килә белгестәргә?
– Нисек кенә мәшәҡәтле булмаһын, мин эшемде яратып башҡарам. Никахлашыу тантаналарын Мәҙәниәт йортонда һәр кемдең иҫендә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Яҡташтарым менән аралашыу, уларҙың бәхетле йөҙҙәрен, никахҡа инергә теләгән йәштәрҙең бер-береһенә йылы мөнәсәбәтен, ҡайнар мөхәббәтен күреү кәйефте күтәрә, үҙемдең ниндәй кәрәкле, файҙалы эш менән шөғөлләнеүемде аңлайым. Беҙ яңы ғаиләләр тыуыуына шаһит булған, шатлыҡтарын уртаҡлашҡан, йәштәрҙе оло тормош юлына оҙатҡан тәүге кешеләр. Никахлашыу залында төрлөһө була, барыһы ла тулҡынлана, кемдер көлә, кемдер илай... Кеше үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр хәл иткес аҙым яһағанда була торған хис-торош был. Нервылар көсөргәнешен беҙ ҙә тоябыҙ, әммә ниндәйҙер дәрәжәлә психолог булырға, түҙемлек күрһәтергә, үҙебеҙҙе ҡулға алырға һәм лайыҡлы тоторға тейешбеҙ, – ти Алена Байғузиновна.
Никахлашыу церемонияһын алып барыусыға белемдән тыш, грамоталы, матур итеп һөйләү, телмәрҙе дөрөҫ ҡороу сифаттары ла әһәмиәтле. Баҡһаң, “Ғаилә кодексы”нда уға ҡарата ҡәтғи талаптар ҙа бар икән. Мәҫәлән, “никахҡа инеүегеҙ иреклеме, үҙ-ара һөйләшелгәнме һәм уйланылғанмы?” тигән мотлаҡ һорауға ыңғай яуап бирелгәс кенә никахты рәсми теркәргә рөхсәт ителә. Шулай уҡ белгес, никахлашыусыларҙы “ир һәм ҡатын” тип иғлан иткәндән һуң, уларға танытма тапшырырға тейеш. Ә ҡалған ҡотлауҙар, сәләмләүҙәр, ҡунаҡтар һүҙе үҙ яйы менән дауам итә. Никахлашыу залы серлелек, күтәренкелек, мөғжизәле мөхит тыуҙыра, кешеләр быны эске донъяһы, йөрәге менән тоя, белгестәр ҙә ритуалды айырыуса тулҡынланып, ҡанатланып үткәрә.
ЗАГС хеҙмәткәре – юрист, артист һәм психолог та ул. Уларҙы махсус әҙерләүсе уҡыу йорто юҡ. Шулай ҙа талаптар етерлек: юғары белем, матур тышҡы ҡиәфәт, байрамса костюм (тик аҡ йәки ҡара төҫтә булырға тейеш түгел). Кеше тормошо ЗАГСта тыуыуҙы дәүләт теркәүе менән башлана һәм ошонда уҡ үлем тураһында танытма бирелә. Ошо ике сик араһында – күңелле туйҙар, сабый һәм ейәндәр тыуымы, ҡайһы саҡта айырылышыуҙар менән үткән тотош оло ғүмер йылдары...
“2023 йылдан алып сабыйҙарҙы теркәү ҙә беҙҙең өҫтә. Документтарға үҙгәрештәр индереү, суд, хәрби комиссариат, прокуратура һәм башҡа ведомстволар запростарына яуаптар әҙерләү ваҡытыбыҙҙың ҙур өлөшөн ала. Белгесебеҙ Марина Саляева ошо мәшәҡәттәр эсендә көн дә ҡайнап йәшәй. ЗАГС хеҙмәткәре иғтибарлы, һәр документты ентекләп тикшерергә, грамоталы, намыҫлы булырға тейеш. Документтың дөрөҫ тултырылыуына кешенең яҙмышы, бөгөнгөһө һәм киләсәге бәйле булыуы ихтимал.
Һеҙ бөгөн беҙгә үҙ йомоштары менән килгән ике оло апайҙы күрҙегеҙ. Уларҙыҡы кеүек үтенестәр менән йыш мөрәжәғәт итәләр. 1962 йылда никахҡа ингәндә иренең “Сәйфуллин” фамилияһын бер “л” менән яҙғандар. Ире вафат булғандан һуң ошо бер хәрефтең төшөрөлөп ҡалдырыуы арҡаһында башҡа документтарҙағы фамилия менән тап килмәүе ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Нотариустар бик ҡәтғи, милек, мираҫ мәсьәләләрен хәл иткәндә улар һәр документты энә күҙәүенән үткәрергә тейеш. Бындай аңлашылмаусанлыҡтарҙы хәл итеү өсөн туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек мөнәсәбәттәрен иҫбатлау маҡсатында судҡа мөрәжәғәт итергә, байтаҡ ҡына нервыларҙы ҡуҙғытырға тура киләсәк. Шуға күрә гәзит уҡыусыларға кәңәшем: һәр кем Гражданлыҡ торошо акттары яҙмаларына иғтибарлы булырға, документтарҙағы исем-фамилияларҙа төрлөлөккә юл ҡуймаҫҡа тейеш. Акт яҙмалары – бик мөһим документ, улар беҙҙә 100 йыл һаҡлана. Һанлаштырыу процесы ЗАГСтарға ла килеп етте, ул беҙҙең эште күпкә еңеләйтә, – ти Алена Байгузиновна.
Рәсәй Федерацияһының “Ғаилә кодексы”на таянып, закондар үтәлешен контролгә алыу, архив фондын һаҡлау, халыҡҡа ғаилә һәм гражданлыҡ закондары нормаларын аңлатыу ҙа ЗАГС хеҙмәткәрҙәре өҫтөндә. Кеше тыуғандан алып уның бөтә тормошо, эшмәкәрлеге, теркәлеүе, пропискаһы, ғаилә мөнәсәбәттәре, мираҫы һәм һуңғы һулышына тиклем ошо ойошма эшендә сағыла.
–Ҡайһы саҡта балаларҙың тыуыуы тураһында таныҡлыҡтар әҙерләгәндә ата-әсәләргә закон нескәлектәрен аңлатырға тура килә. Ошо исем менән бала ғүмер буйы йәшәйәсәк, уның матур яңғырауы ла, әйтеү һәм яҙыу өсөн уңайлы булыуы ла мөһим. Баланың 14 йәш тулғандан һуң, ата-әсәһе һайлаған исем-шәрифтән баш тартыуы, үҙгәртеүе ихтимал. Һуңғы ваҡытта сит ил, кинофильм геройҙары исемдәрен ҡушыу ғәҙәткә инде. Әммә балаға исем һайлағанда унда һандар, хәреф-һан билдәләмәләре, символдар ҡулланыу закон тарафынан тыйыла. Шулай уҡ ранг, вазифа, титулдарҙы аңлатҡан һүҙҙәр ҡулланылмай.
Беҙҙең районда ла балаларына үҙенсәлекле исемдәр ҡушыусылар бар. Ҡайраҡ ауыл советында ғаиләнең Арнольд-Динамо тигән улы тыуҙы. Атаһы, Спартак исемле уҙаман, ошо исемде бик яратып һайлаған. Бер аҙ ғәжәпләнеү тыуҙырһа ла, бындай исемде ҡушыу законға ҡаршы килмәй.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, Мишкә районының ЗАГС бүлеге лә, илебеҙҙең башҡа Гражданлыҡ торошо акттары яҙмалары бүлектәре кеүек, Рәсәйҙең хоҡуҡ һәм демографик базаһын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай, никах-ғаилә мөнәсәбәттәре аспекттарын көйләй, тыуым, үлем, никах һәм айырылышыуҙар статистикаһын алып бара, юғалған документтарҙы тергеҙеүҙә райондаштарына ярҙам итә. Әлегә ЗАГС бүлегенең айырым бинаһы ла, тантаналар үткәрерлек затлы, күркәм залы ла юҡ. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, бында тормош дауам итә, бүлектең ишеге ябылғаны юҡ. 25 йыл буйы ошо мәшәҡәтле эште алып барған, яҡташтарының һәр үтенесен теүәл үтәргә, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан Алена Тереғоловаға һәм уның егәрле коллективына уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
Динә Арыҫланова.
Мишкә районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Алена Тереғолова эшен яратып башҡара.
Марина Саляева документтарға ла, кешеләргә лә иғтибарлы.