Социаль мәсьәлә
17 Сентябрь 2025, 18:40

“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!

Сарала Волга буйы федераль округы төбәктәренән 400-гә яҡын бала ҡатнаша. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!

Баш  ҡалалағы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы бөгөн бигерәк үҙенсәлекле, шат тауыштарға күмелгән: бында “Бала саҡты ҡайтарыу" округ фестивален тантаналы асыу булды. Сара Волга буйы федераль округының балалар йорттарына ярҙам итеүгә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль йәһәттән яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 400-гә яҡын бала ҡатнаша.

 Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов фестивалдә ҡатнашыусы балаларҙы сәләмләне.

 –  Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Анатольевич Комаров исеменән һеҙҙе фестивалдә ысын күңелдән сәләмләйем,  – тине сығышында Олег Машковцев. – Был сараны һеҙ үҙегеҙҙе, һәләтегеҙҙе, иң яҡшы сифаттарығыҙҙы бында, ярыштарҙа,  күрһәтә алыуығыҙ өсөн ойошторҙоҡ. Бала саҡ – ул асыштар, үҙегеҙҙе танып белеү ваҡыты ул. Һеҙ бында башҡа төбәктәрҙәге тиҫтерҙәрегеҙ менән дуҫлашырға ла онотмаһағыҙ, Өфө, Башҡортостан, бында һеҙҙе ҡабул иткән ҡунаҡсыл, һоҡланғыс халыҡ хаҡында күберәк белешергә тырышһағыҙ ине. Был фестивалдәге ваҡыт күңелегеҙҙә яҡты хәтирә булып һаҡланһын. Бында барлыҡҡа килгән дуҫлыҡ һеҙҙе тотош ғүмерегеҙ буйы оҙатып барһын. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!

Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың фестиваль айҡанлы сәләмдәрен еткерҙе һәм ҡыҙҙарға, егеттәргә үҙ һәләттәрен аса алыуын, спортҡа һәләтен, ижади ҡомарын күрһәтеүен теләне.

 – Фестиваль һәләтле балаларҙы берләштерә. Бында һәр кем үҙенең талантын аса, спортҡа сослоғон күрһәтә, ижади ҡомары менән таныштыра, яңы дуҫтар таба, командала эшләргә өйрәнә алған майҙансыҡҡа әйләнде. Беҙҙең хәстәрлекте тоя алыуығыҙ өсөн барлыҡ шарттар булдырылған,  ихласлыҡ менән бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән,  – тине Руслан Таһир улы.    

Шуныһы мөһим: балалар һәм уларҙың педагогтары ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ хәтирәләргә эйә булыр был фестиваль һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә башланды. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки һәр баланың күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек: унда бар һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә теркәлеп бара. Баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән фестиваль көндәре лә уларҙың күңел сөңгөлдәрендә айырым урын биләр, яңы асыштар булыр, тигән өмөттәбеҙ.

Әйткәндәй, 2009 йылдан Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкил булышлығында үткәрелгән “Бала саҡты ҡайтарыу” фестивале  2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторола. Сараның төп маҡсаты – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, етем балаларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү, мәҙәни, спорт һәм башҡа сараларға өндәү, һәр баланың үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Быйыл үткәрелгән сираттағы сара ла ошо маҡсаттарға өлгәшер, тигән ышаныстабыҙ.

Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы күңелле ижади һәм спорт конкурстары көтә:  “МастерОк”, “Бала саҡ йондоҙҙары”, “Аҡыллы баш”, кулинарҙар ярышы, пилотһыҙ системаларға идара итеү буйынса дәрестәр, экскурсиялар, дискотекалар, баскетбол, футбол, теннис турнирҙары, колледждарға барып, төрлө һөнәрҙәр тураһында белем алыу, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, блогерҙар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Быйыл был сара Өфөлә алтынсы тапҡыр үткәрелә.

Байрам ҙур концерт менән тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр һәм ил күләмендә танылыу мөмкинлеге көтә.  

Социаль проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында тормошҡа ашырыла.

Таня МАЛЫШЕВА һәм Светлана КОЛЧИНА, Түбәнге Новгород өлкәһе:

 –  Беҙ беренсе тапҡыр Башҡортостан еренә, уның баш ҡалаһына килдек. Бында беҙҙе бик матур ҡаршыланылар. Республиканан, фестивалдән бик матур тәьҫораттар менән ҡайтырбыҙ, тип ышанабыҙ.

Лена АЛТЫНШИНА, Өфө ҡалаһы Октябрь районы “Бергә” ғаилә үҙәгенең юрисы:

 – Балалар – улар беҙҙең бәхетебеҙ. Күп балалы әсә булараҡ, был хаҡта мин бик яҡшы беләм. Шуға күрә донъялағы барлыҡ яҡшылыҡты уларға бүләк итке, улар күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырғы килә. Был сараға Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренән балалар килгән. Фестивалдең матур үтеүен, ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың Башҡортостандан, был саранан бары яҡшы хәтирәләр алып ҡайтыуын теләйем.

Автор фотолары.

“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
“Бала саҡты ҡайтарыу” башланды!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас