Социаль мәсьәлә
17 Сентябрь 2025, 13:30

Отпускыны оҙайтырға теләйҙәр

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарауына түләүле отпускыны бер аҙнаға оҙайтыу тураһындағы тәҡдим индерергә йыйыналар.

Отпускыны оҙайтырға теләйҙәрОтпускыны оҙайтырға теләйҙәр
Отпускыны оҙайтырға теләйҙәр

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарауына түләүле отпускыны бер аҙнаға оҙайтыу тураһындағы тәҡдим индерергә йыйыналар.

“Түләүле отпускыны 35 көн итергә кәрәк, бының сәбәбе ябай – һуңғы бер нисә тиҫтә йылда  хеҙмәт урындарында эш көсөргәнешлелеге артты”, – ти Рәсәй парламенты депутаты Николай Новичков.

Әле, билдәле булыуынса, ойошмаларҙағы түләүле отпуск 28 көн тәшкил итә һәм ул күптәнге тарихи дәүергә иҫәпләнгән. Депутат әйтеүенсә, дүрт кенә аҙна эш осоронда тупланған стресс кимәлен етерлек кимәлдә юҡҡа сығара алмай. Был закон проектын Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы һәм ғилми-тикшеренеү институттары менән берлектә әҙерләргә теләйҙәр.

Фото: РФ Дәүләт Думаһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас