Социаль мәсьәлә
22 Сентябрь 2025, 08:40

Ауырлы ҡатындар өсөн уны ҡыҫҡартырға уйлайҙар

Рәсәй Дәүләт Думаһындағы “Ғәҙел Рәсәй – Хәҡиҡәт өсөн” фракцияһы депутаттары ауырлы ҡатындар өсөн эш көнөн, хеҙмәт хаҡын тулыһынса һаҡлап, алты сәғәткә тиклем ҡыҫҡартырға тәҡдим итте.

Ауырлы ҡатындар өсөн уны ҡыҫҡартырға уйлайҙарАуырлы ҡатындар өсөн уны ҡыҫҡартырға уйлайҙар
Ауырлы ҡатындар өсөн уны ҡыҫҡартырға уйлайҙар

Рәсәй Дәүләт Думаһындағы “Ғәҙел Рәсәй – Хәҡиҡәт өсөн” фракцияһы депутаттары ауырлы ҡатындар өсөн эш көнөн, хеҙмәт хаҡын тулыһынса һаҡлап, алты сәғәткә тиклем ҡыҫҡартырға тәҡдим итте.

Был тәҡдим Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голиковаға ебәрәлгән дә инде.  Был башланғыстың авторҙары – ошо партияның етәксеһе Сергей Миронов һәм Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса комитетв рәйесе Яна Лантратова. Улар әйтеүенсә, был ауырлы ҡатынға эш хаҡының кәмеүенән йәки эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡып кисергән физик һәм психоэмоциональ көрөмгәнешлекте кәметергә булышлыҡ итәсәк.

Сергей Миронов әйтеүенсә, күп кенә ойошмалар етәкселәре ауырлы ҡатындар өсөн айырым шарттар булдырыу кәрәклегенә иғтибар бирмәй  йәки хатта уларҙы эштән китергә мәжбүр итә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас