Социаль мәсьәлә
24 Сентябрь 2025, 15:00

“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек”

Еләк-емеш умырылып бешкән осорҙа күнәк-күнәк йыйып һатырға сығабыҙ. Быйыл ҡыҙҙарым менән 170 мең һумлыҡ еләк һаттыҡ һәм был аҡсаға бесән йыя торған техника алып ултырттыҡ, тип яңылығы менән уртаҡлаша Олеся.

“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек”“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек”
“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек”

“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек”

Мишкә районының Озерки ауыл клубы методисы Олеся Михайлованы эш урынында тап иттек. Тик ултырырға күнекмәгән, бары үҙҙәренең тырышлығына ышанып йәшәгән күп балалы, иң егәрле  ғаиләләрҙең береһе менән танышыу теләге ҙур ине. Тик ғаилә ағзаларының барыһы ла эш кешеһе булып сыҡты, йорт хужаһы Артур Иҙелйәнович көн оҙоно умарталығында, студенттары уҡыу йорттарында, Дарина мәктәптә, иң кеселәре Илья балалар баҡсаһында икән. Хужабикә балалары менән ғорурланыуын йәшермәй, эшләп үҫкәндәренә, хеҙмәткә хөрмәт менән ҡарағандарына һөйөнөп бөтә алмай.

– Тормош иптәшем  Артур ҙа, үҙем дә күп балалы, ҡаҙандай ҡайнап торған оло ғаиләләрҙә үҫтек, донъя мәшәҡәттәрен уртаҡлашып, ярҙам итешеп йәшәнек. Мин – ете, ә Артур ун бала үҫкән ғаиләлә буй еткерҙе. Шуға күрә күп бала беҙҙең өсөн ауыр йөк түгел, киреһенсә, яңы үрҙәргә, ынтылыштарға әйҙәп торған маяҡ кеүек. Даниил улыбыҙ Мишкә агросәнәғәт колледжында уҡый, ташсы һөнәрен үҙләштерә. Республикала үткән “Профессионалитет” конкурсына ныҡлы әҙерләнеп, кирбес һалыу буйынса оҫталығын күрһәтте, көсөргәнешле конкурста икенсе урынды яулап, барыбыҙҙы һөйөндөрҙө.  

Яҡшылыҡҡа ла, яманлыҡҡа ла нигеҙ бала саҡтан һалына. Беҙҙе гел эш өҫтөндә күреп ғәҙәтләнгән балаларыбыҙ ҙа бәләкәйҙән ҡул араһына инә башаны. Ә Даниил алты йәшендә үк мал-тыуар һарайына сығып, атаһының эшен күҙәтә һәм ярҙам итергә тырыша торғайны. Ҡыҙыбыҙ Карина колледжды тамамлағандан һуң, Бөрө педагогия институтына уҡырға инде. Дарина киләсәктә тәмле-томло изделиелар әҙерләүсе кондитер булырға хыяллана. Әле күрше Кесе Нәкәрәк ауыл мәктәбенә уҡырға йөрөй. Беҙҙең ауылда хәҙер балалар аҙ, мәктәп тә юҡ. Яҡын-тирәләге биш ауыл уҡыусыларын махсус автобус менән мәктәпкә илтеү һәм алып ҡайтыу ойошторолған.

Ҡала шарттарын үҙ иткәндәргә ауыл тормошо үтә тын, һүлпән генә аҡҡан йылғалай, күңелһеҙ дауам иткәндәй тойолалыр, бәлки. Ә беҙгә тәбиғәт миҙгелдәреләй алмашынып, хеҙмәт көсөргәнеше менән барған һәр ай иҫтә ҡала. Тормош иптәшем Артур Иҙелйәнович иртә яҙҙан умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Былтыр дәүләттән адреслы социаль ярҙам алыу һөҙөмтәһендә 15 бал ҡорто ғаиләһе, ҡорамалдар һатып алып, умартасылыҡҡа тотондоҡ. Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә ошо эш менән шөғөлләнгәс, яңы һөнәрҙе үҙләштереү ауыр булманы, барыһы ла ыңғай бара. 57 гектар ерҙе ҡуртымға алғанбыҙ.

Даниилға ла эш етерлек, уның ташсы һөнәрен үҙләштереүе гараж төҙөгәндә бик кәрәк булып сыҡты. Күп балалы ғаиләләргә дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелеүен айырым билдәләп үткем килә. Ике балаға берҙәм пособие тәғәйенләнеүе, уларҙың мәктәптә  бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителеүе лә ғаилә бюджетына ҡағылмай ҡалмай. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә бирелергә тейешле ер урынына 250 мең һум аҡса алдыҡ. Йортҡа газ үткәргәндә лә дәүләт тарафынан ишле ғаиләләрҙең яҡланғанлығын тойҙоҡ, - тип һөйөнөп бөтә алмай Иҫке Арзамас ауыл советы биләмәһе депутаты Олеся Владимировна.

Михайловтар ғаиләһе яңы, ҙур, иркен йортта йәшәй. Уны төҙөгәндә лә дәүләт тарафынан бирелгән әсәлек капиталы, район хакимиәтенең аҡсалата компенсацияһы күп сығымдарҙы ҡапларға ярҙам иткән.

– Беҙ йәй буйы тәбиғәт биргән мул бүләктәрҙән файҙаланырға тырышабыҙ. Еләк-емеш умырылып бешкән осорҙа күнәк-күнәк йыйып һатырға  сығабыҙ. Быйыл ҡыҙҙарым менән 170 мең һумлыҡ еләк һаттыҡ һәм был аҡсаға бесән йыя торған техника алып ултырттыҡ, – тип яңылығы менән уртаҡлаша Олеся.

Михайловтар мал-тыуар аҫрарға, бесән әҙерләргә, ҡураларын тәртиптә тоторға һис иренмәй. Олеся депутат, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ирекмәнлек кеүек ҡолас еткеһеҙ, тынғыһыҙ йәмәғәт эштәренә нисек өлгөрәлер, тип һоҡланырға һәм хайран ҡалырға ғына ҡала, сөнки ғаиләһе тураһында хәстәрлек күреүҙән тыш, хужабикәне ҡурала иртән иртүк көтөп торған дүрт һыйырҙы һауырға, сусҡа бәрәстәрен, ҡош-ҡортон  ашатырға, һәр береһенә иғтибар бүлергә лә кәрәк бит әле.

Ул ғынамы? Хужабикә үҙе теккән һәм мари халҡының милли биҙәктәре менән биҙәлгән сағыу костюмдарын кейеп сыҡҡас, уның ижади ҡарашлы, матурлыҡты тоя белеүсе, нескә күңелле ҡул оҫтаһы икәнен дә күрҙек. Бына шундай булдыҡлы, уңған ғаиләләр йәшәй Мишкә ерендә.

Владимир ПУТИН, Рәсәй Президенты:

“Өс йәки унан күберәк бала үҫкән ғаилә норма, тәбиғи йәшәү рәүеше булырға тейеш. Беҙ тап ошо йүнәлеш буйынса барабыҙ: һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләр һаны яҡынса 26 процентҡа артты. Хәҙер бындай ғаиләләр һаны ике миллиондан ашыу.

Беҙ даими рәүештә ғаиләне яҡлауҙың дөйөм милли сараларын үҫтерәбеҙ һәм камиллаштырабыҙ.  Күп балалы ғаиләнең берҙәм статусы булдырылды. Һәм был үҙем осрашҡан күп балалы ғаиләләрҙең үтенесе буйынса эшләнде. Был ил биләмәһендә социаль гарантиялар тигеҙлеге күҙлегенән бик мөһим”.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:

“Берҙәм, ныҡлы һәм бәхетле ғаилә – был берлектәге ҙур хеҙмәт, бының өсөн награда – лайыҡлы балалар. Бөгөн беҙҙең арала – республика геройҙарын, лайыҡлы хеҙмәткәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләгән, ғаилә традицияларын нығытыу өсөн күп эш башҡарған ата-әсәләр. Сикһеҙ һөйөүегеҙ, изге йөрәгегеҙ һәм хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, ғаиләлә дуҫлыҡ, бер-береңде аңлашып йәшәү һәм именлек теләйем”.

Динә Арыҫланова.

Мишкә районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек”
“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек”
“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек”
“Үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас