Социаль мәсьәлә
26 Сентябрь 2025, 13:20

Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды өсөнсө конкурсты иғлан итте

Заявкалар 2025 йылдың 26 сентябренән ҡабул ителә.

Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды өсөнсө конкурсты иғлан иттеБашҡортостан Башлығының Гранттар фонды өсөнсө конкурсты иғлан итте
Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды өсөнсө конкурсты иғлан итте

Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өсөнсө конкурсты иғлан итте. Проектты тормошҡа ашырыуға 2,5 миллион һумға тиклем финанс алырға мөмкин.

Конкурста  республика биләмәһендә теркәлгән һәм эшмәкәрлеген алып барған, юридик теркәлеү көнөнән бер йылдан ашыу ваҡыт үткән һәм учредителдәре араһында дәүләт органдары, урындағы үҙ идаралыҡ йәки асыҡ-хоҡуҡи берәмектәр булмаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.

Коммерцияға ҡарамаған, Хөкүмәттеке булмаған бер ойошма конкурста ҡатнашыуға берҙән дә артыҡ заявка бирә алмай. Проектты тормошҡа ашырыу срогы 2026 йылдың 1 февраленән дә иртәрәк башланмаҫҡа һәм 2027 йылдың 31 ғинуарынан да һуңға ҡалмай тамамланырға тейеш.

Конкурста ҡатнашыу өсөн  проекттар ун йүнәлеш буйынса һайлана:

–социаль хеҙмәтләндереү, граждандарҙың айырым категорияларын социаль яҡлау һәм ярҙам итеү;

–ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам;

–мәҙәниәт һәм сәнғәт;

–тарихи иҫтәлекте һаҡлау;

–гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү;

–кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлау, шул иҫәптән тотҡондарҙың хоҡуҡтарын яҡлау;

–сәләмәтлекте һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спортты  пропагандалау;

–фән, белем һәм мәғариф;

–тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхитен тыуҙырыу, хайуандарҙы яҡлау;

–милләт-ара һәм дин-ара килешеүҙе нығытыу.

Заявкалар 2025 йылдың 26 сентябренән ҡабул ителә. Фонд конкурста ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеүҙе 2025 йылдың 27 октябрендә 17:00 сәғәттә тамамлаясаҡ. Заявкалар грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә, ошонда уҡ конкурс шарттары, ҡатнашыусыларға талаптар менән танышырға мөмкин.

29 сентябрҙә Фонд хеҙмәткәрҙәре конкурста ҡатнашыусылар өсөн социаль проекттар буйынса белем биреүсе занятиелар үткәрә. Сара Евразия фәнни-белем биреү үҙәге йортонда 14:30 сәғәттә түбәндәге адрес буйынса уҙасаҡ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15-се йорт.

Белешмә алыу өсөн– https://vk.com/wall-191923773_3569.

Фото: Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды сайты.

Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды өсөнсө конкурсты иғлан итте
Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды өсөнсө конкурсты иғлан итте
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас