

Рәсәйҙә “Йыл атайы” Бөтә Рәсәй конкурсы старт алды. Сара атайлыҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙы популярлаштырыу өсөн ойошторола. Унда ҡатнашыусыларға атай кешенең балалары менән булған ваҡыттарынан торған ике минутлыҡ видео ебәреү шарты бар. Икенсенән, быйыл 9 октябргә тиклем “Бәйләнештә” төркөмөндәге социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәлә Участвую в конкурсе #отецгода2025 яҙыуын ҡуйырға кәрәк. Әгәр ҙә кемдеңдер ошондай посы баҫылған икән, уға хэштегты һәм яҙыуҙы ҡуйыу мотлаҡ.
Сараға һығымта 19 октябрҙә, Рәсәйҙә Атай көнөндә, яһала. Төп бүләк – конкурс партнеры Cosmos Hotel Group тәҡдим иткән отелдәрҙең береһендә ғаилә менән йәшәү өсөн сертификат. Уны бәйге еңеүсеһе булған атай аласаҡ. Конкурсты “Милли өҫтөнлөктәр” йәмғиәте Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) булышлығында үткәрә.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Сығанаҡ: РФ Ғаилә һәм социаль яҡлау министрлығы.