Социаль мәсьәлә
27 Сентябрь 2025, 04:10

"Ауырыу ирҙән бала тапҡан ҡатынды аңламайым. Уның уйында аҡса ғыналыр..."

Кисә Рөстәм Нәбиев менән уның ҡатынына шундай һүҙҙәр менән "һөжүм иткәндәр". Блогер нимә тип яуаплаған, ниндәй тойғолар кисерә?

"Ауырыу ирҙән бала тапҡан ҡатынды аңламайым. Уның уйында аҡса ғыналыр...""Ауырыу ирҙән бала тапҡан ҡатынды аңламайым. Уның уйында аҡса ғыналыр..."
"Ауырыу ирҙән бала тапҡан ҡатынды аңламайым. Уның уйында аҡса ғыналыр..."

“Һеҙгә ҡыланып йәшәү ялҡытманымы? Кем өсөн балалар тыуҙыраһығыҙ, дәүләткәме?

Ауырыу кешенән бала тапҡан ҡатынды аңламайым. Нимә өсөн? Уның башында, моғайын, аҡса ғыналыр.

Башығыҙ юҡ. Минең ирем, улым бар һәм өсәү, унан күберәк бала табырға аҡылымдан яҙмағанмын. Нимәгә ул? Һеҙ йәштәр, һаҡланыу сараларын белергә кәрәк тәһә”.

Блогер Рөстәм Нәбиев телеграмдағы каналында үҙенә бер ҡатындың ошондай хәбәрҙәр ебәргәнен яҙған. “Һеҙгә тиҙ арала психиатрға күренергә кәрәк”, – тип яуап биргән ул ханымға.

Каналға яҙылыусылар Рөстәм Нәбиевкә һәм уның ҡатынына бындай хәбәрҙәргә иғтибар бирмәҫкә кәңәш иткән. Ундай һүҙҙәр көнсөллөктән, күңел сирлелегенән, әхлаҡи түбәнлектән әйтелә, тигән улар. “Рөстәмде был ҡатын ниңә ауырыу тип күрә икән? Аяҡһыҙ ҡалыу сир түгел бит. Күңеле сәләмәт, йәшәүгә ынтылышлы, матур, ғаиләһен ярата. Йәне лә, тәне лә һау. Сәләмәт кешеләрҙән дә сәләмәтерәк”, – тигән яҡшы һүҙҙәр күп.

Ҡайһы берҙәр был ҡатынды йәлләгән, тормошо уң булмағанлыҡтан шулай яман һүҙҙәр менән башҡаларға ҡанығалыр, тигәндәр.

Ә һеҙ был йәһәттән ниндәй фекерҙә?

Фото, видео Р. Нәбиевтең төркөмөнән алынды.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас