

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Көн тәртибендә республиканың юл селтәрен яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды.
Республиканың транспорт министры Любовь Минакова хәбәр итеүенсә, йыл башынан Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 150 саҡрымлыҡ 56 республика һәм муниципаль-ара трасса участкаһы ремонтланған. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) буйынса, юл-ремонт миҙгеле аҙағына тиклем тағы 350 саҡрым юлды тәртипкә килтереү күҙаллана. Бынан тыш, төҙөүселәр 31 күперҙе ремонтлай. 12 объектты йыл аҙағына тиклем норматив хәлгә килтерергә планлаштыралар.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән автомат комплекстары эшен дә ҡараны. Республика биләмәһендә бөтәһе 1 877 ошондай объект ҡуйылған, шуларҙың 384-е – Өфө биләмәһендә. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Белгестәр автомат режимында теркәргә мөмкин булған ҡағиҙә боҙоуҙар исемлеген киңәйтеү буйынса эш алып бара, шул иҫәптән – хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмау һәм рулдә кеҫә телефондарын ҡулланыу. 159 комплексты яңыртыу күҙаллана.
Хәҙерге системалар республика ҡала-ауылдарындағы 115 юл сатында эшләй. Башҡортостандың ҙур ҡалалары юлдарының авария хәлендәге участкаларында ошондай системалар һанын арттырыу ниәтләнә. Был юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мөһим.
Сығанаҡ: glavarb.ru/ru/news/event/...