

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала инвалидтар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү буйынса саралар тикшерелде.
Рәсәй Социаль фонды мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 15 йәштән өлкән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 236,8 мең кешеһе йәшәй, шуларҙың 94,6 меңе – эшкә яраҡлы йәштә. Республикала бөтәһе 25,2 мең инвалид – 26,7 процент эшләй. Уртаса Рәсәй күрһәткестәренән бер аҙ артта ҡалыуға ҡарамаҫтан, республика ыңғай динамика күрһәтә. Мәҫәлән, 2017 йылдан эшләүсе инвалидтар өлөшө 5,67 процентҡа артҡан.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, республиканың 9,6 мең ойошмаһында инвалидтар эшләй. 1,7 меңдән ашыу кеше шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән, 5,7 меңе – үҙмәшғүл. Иң популяр мәшғүллек өлкәләре – эшкәртеү производстволары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, төҙөлөш, транспорт һәм ауыл хужалығы.
– Беҙҙең ҡарашҡа, эшкә урынлашыу өсөн потенциал булып инвалидлыҡтың өсөнсө төркөмө – төбәктә 128 мең самаһы кеше тора, – тине Ленара Иванова.
2025 йылда кадрҙар үҙәге белгестәре инвалид 850 кешегә эш эҙләүҙә ярҙам күрһәтә, бер йыл элек 1 739 кеше эшкә урынлаштырылған. Тағы 726 кеше тейешле вакансиялар эҙләүен дауам итә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән эшләүселәрҙе эш эҙләү менән әүҙем шөғөлләнергә дәртләндереү өсөн кадрҙар үҙәктәре кәрәкле дәүләт ярҙамы күрһәтә. Ул профессиональ ориентацияны, социаль адаптацияны, психологик ярҙамды, уҡытыуҙы, йәмәғәт һәм ваҡытлыса эшкә урынлашыуҙы үҙ эсенә ала.
Ленара Иванова инвалидтарҙың мәшғүллеген арттырыу буйынса төп сараларҙы атаны. Мәҫәлән, республиканың 3,5 мең эш биреүсеһе өсөн 9,1 мең эш урынына квоталар билдәләнде, уларҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 7,7 мең кеше эшләй. Башҡортостанда шулай уҡ эш биреүселәргә айына 33,6 мең һумға тиклем инвалидтарҙың һәм остаздарҙың эш хаҡына сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек биргән стажировка программаһы тормошҡа ашырыла.
Бынан тыш, быйылдан “Кадрҙар” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙең әүҙем саралары” федераль проекты сиктәрендә эш биреүсе беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары, шулай уҡ инвалид хәрби хәрәкәттәр ветерандары өсөн эш урыны булдырғанда 200 мең һумға тиклем субсидия ала ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә эшкә яраҡлы йәштәге эшләүсе инвалидтар һанын арттырыу буйынса ҡарарҙар әҙерләргә ҡушты.
– Беҙҙең күрһәткестәр дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән бер аҙ ҡалыша. Хәлде төҙәтеү бурысын ҡуям, – тине Радий Хәбиров. – Муниципалитеттарҙы ғына түгел, тармаҡ министрлыҡтарын да йәлеп итергә кәрәк. Эш биреүселәргә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу файҙалы тип аныҡ сигнал биреү мөһим. Сөнки был күп кенә производство бурыстарын сифатлы үтәй алған кешеләр төркөмө.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.