

13 ноябрҙә эш биреүселәр өсөн “Хеҙмәткәрҙәрҙе мотлаҡ медицина ҡарауы – проблемалы мәсьәләләр һәм ҡарарҙар” тигән темаға арналған конференцияға саҡыралар.
Сараны ойоштороусылар – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан тармаҡ-ара институт. Сара “Рәсәй сәнәғәт форумы-2025” эшлекле программаһына ярашлы үткәрелә.
Эксперттар – Н.Ф. Измеров исемендәге фәнни-тикшеренеү медицина институты (Мәскәү), Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы фәнни-тикшеренеү институты, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы һәм башҡалар.
Иғтибар үҙәгендә – хеҙмәткәрҙәрҙе мотлаҡ медицина тикшереүе өлкәһендәге норматив үҙгәрештәр һәм башҡалар. Сара “Өфө ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында (Өфө. Менделеев урамы, 158) үткәрелә. Һорауҙарҙы электрон адрес буйынса ла ебәрергә була: Yangirov.ER@bashkortostan.ru (конеренцияла ҡарау өсөн).