Социаль мәсьәлә
15 Ноябрь 2025, 11:30

Мәғлүмәтле булыу бөгөн бик мөһим

Республикала йәшәгән граждандарҙың ҡайһы бер категорияларын реабилитациялауға һәм техник реабилитация саралары алыуға мөмкинлектәрен арттырыу буйынса эш дауам итә.

Мәғлүмәтле булыу бөгөн бик  мөһимМәғлүмәтле булыу бөгөн бик  мөһим
Мәғлүмәтле булыу бөгөн бик мөһим

Сертификаттар йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән

2025 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда республикала йәшәгән инвалид баланы реабилитациялауға һәм граждандарҙың айырым категорияларын реабилитация техник саралары менән тәьмин итеүгә ҡағылған үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер был хеҙмәттәр Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдары аша тормошҡа ашырыла. Был яңылыҡ кәрәкле средстволарҙы алыу мөмкинлектәрен һәм реабилитациялау хеҙмәттәрен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ инвалидтарҙың айырым категорияларына тәғәйенләнгән техник реабилитация изделиелары исемлеге киңәйтелеүе билдәле. Был хаҡта тәрәнерәк белергә, кәрәкле мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ, Үҙәктең берҙәм бәйләнеш телефонына шылтырата алаһығыҙ: 8-800-100-00-01.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында үткән эш төркөмө ултырышында республикала йәшәгән граждандарҙың айырым категорияларын реабилитациялауға сертификаттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында етди һөйләшеү булды. Сараның модераторы, ваҡытлыса эш төркөмө етәксеһе, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Булат Сафин Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге вәкилдәренә, коммерцияға ҡарамаған ойошма етәкселәренә, инвалидтар менән эшләүсе белгес һәм эксперттарға һүҙ бирҙе.

Башҡортостанда инвалидлығы булған граждандарҙы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауға 158 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сертификация программаһы буйынса быйыл башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны. Йыл башында сертификаттар тапшырыу һәм техник средстволар менән тәьмин итеү бурысы Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә тапшырылғайны, әле төбәктең 13 филиалында 1200 хеҙмәткәр эшләй.

Ошо мөһим учреждениеның директор урынбаҫары Линар Хәсәнов әйтеүенсә, 2025 йыл башынан республика халҡына 157,8 миллион һумлыҡ суммаға 3863 сертификат тапшырылған. Мәҫәлән, инвалид балаларҙы реабилитациялауға 114 миллион һумлыҡ 2377 сертификат бирелгән, был хеҙмәттәрҙе 90 реабилитация учреждениеһында алырға мөмкин. 459 сертификат граждандарҙың айырым категорияларын, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 72 яугирҙе реабилитациялауға тотонолған.

19,6 миллион һумлыҡ 1027 сертификат техник реабилитация саралары алыу өсөн файҙаланылған. Айырыуса ауыр сирлеләрҙе тәрбиәләүҙе еңеләйтеү өсөн функциональ карауаттар, карауат эргәһенә ҡуйылыусы бәләкәй өҫтәлдәр, өрөп тултырылыусы ванналар ҙур һорау менән файҙаланылған.

– Бөтә ҡабул ителгән йөкләмәләрҙе тулы күләмдә үтәнек. Был йүнәлештә эш дауам итә, закондар ҙа камиллаша бара, – тип белдерҙе Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры урынбаҫары Линар Хәсәнов.

Граждандарға уңайлы булһын өсөн хәҙер сертификат алыуға ғаризаны үҙәктең теләгән бер филиалында, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, Күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин. Реабилитация хеҙмәттәрен  тәьмин итеүсене һайлап алыу “Электрон бюджет” дәүләт мәғлүмәт системаһы платформаһы аша башҡарыла. Унда ҡатнашыусылар өсөн төп талап: һүҙ тейҙергеһеҙ үтә күренмәле финанс дисциплинаһы, бюджет алдында бурыс булмауы. Әле 352 заявка ҡатнашлығында 11 һайлап алыу сараһы үткәрелгән.

Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Социаль инфраструктураны үҫтереү һәм инвалидтарҙы интеграциялау идаралығы начальнигы Юльвина Исмәғилева әйтеүенсә, республикала йәшәгән граждандарҙың ҡайһы бер категорияларын реабилитациялауға һәм техник саралар алыуға мөмкинлектәрҙе арттырыу буйынса эш дауам итә.

– Республикала техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү, башҡа төбәктәрҙән айырмалы, Башҡортостанда ҡабул ителгән исемлеккә ярашлы башҡарыла, был сараларҙың һаны – 12. Бындай ярҙам һәр төбәктә лә юҡ. Федераль исемлектәге техник реабилитация сараларынан тыш, өҫтәмә изделиеларҙы 1-се төркөм инвалидтары һәм инвалид балалар ала, – тине Юльвина Рәсих ҡыҙы.

Йәмәғәт палатаһындағы ултырышта халыҡтың ошо етди мәсьәләләр буйынса мәғлүмәтле булмауы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Республикала сертификаттарҙың түбәндәге төрҙәре күрһәтелә:

  1. Инвалид баланы реабилитациялауға сертификат. Һауыҡтырыу процедуралары алырға, йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкин. Сертификат номиналы – 48 мең һумдан ашыу.
  2. Инвалидтарҙың айырым категорияларын техник реабилитация саралары менән тәьмин итеүгә сертификат, 12 төрлө изделие ҡаралған.
  3. Республикала йәшәүсе граждандарҙың айырым категорияларын реабилитациялауға сертификат. Уның номиналы – 52 500 һум.

Шуныһын да иҫтә тоторға кәрәк: сертификаттарҙы ҡулланыу срогы – ике ай. Реабилитациялау осоро ошо ваҡыттан артмаҫҡа тейеш. Сертификаттарҙы теләгән бер коммерция ойошмаһында йәки шәхси эшҡыуарҙа файҙаланырға мөмкин.

Белешмә өсөн: 2023 йылда 125,95 миллион һумлыҡ 3 029 сертификат файҙаланылһа, 2024 йылда 176,96 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылған.

Динә Арыҫланова.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы.

 

Мәғлүмәтле булыу бөгөн бик  мөһим
Мәғлүмәтле булыу бөгөн бик  мөһим
Мәғлүмәтле булыу бөгөн бик мөһим
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас