Социаль мәсьәлә
25 Ноябрь 2025, 16:30

Башҡортостандың уртаҡлашыр тәжрибәһе бар

Дәүләт менән йәмәғәт ойошмалары ҡулға-ҡул тотоноп эшләй.

Башҡортостандың уртаҡлашыр тәжрибәһе барБашҡортостандың уртаҡлашыр тәжрибәһе бар
Башҡортостандың уртаҡлашыр тәжрибәһе бар

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм  дини берекмәләр һорауҙары буйынса комитеты тарафынан “Социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларҙың иң яҡшы ғәмәлдәре һәм инновация алымдары: саҡырыуҙар һәм үҫеш юлдары” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Төрлө кимәлдәге депутаттар, яуаплы вазифа биләгән етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнашлығында уҙғарылған сара бөгөнгө көн өсөн мөһим булған һорауҙарҙы күтәрҙе.

Был ултырыштың тап Башҡортостанда уҙғарылыуы ла осраҡлы түгел. Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берекмәләр һорауҙары буйынса комитет рәйесе Яна Лантратова әйтеүенсә, Башҡортостан дәүләт һәм гражданлыҡ йәмғиәтенең үҙ-ара бәйләнештә эшләү буйынса уңышлы тәжрибә күрһәтә. Был матур өлгөнө башҡа төбәктәргә лә таратыу мөһим.

–Республикала дәүләт функцияларының бер өлөшөн йәмәғәт ойошмаларына тапшырыу уңышлы эшләй. Был ысул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү, хоспистағы ауырыуҙарҙы ҡарау кеүек социаль мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итергә булышлыҡ итә. Башҡортостандағы тәжрибә Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн дә файҙалы. Илебеҙҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында  Дәүләт Думаһы комитеты иң яҡшы алымдарҙы, ҡануниәттәге башланғыстарҙы өйрәнергә, таратырға ниәтләй, – тине Яна Валерьевна.

Социаль башланғыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырғаны, гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм дәүләт власы органдарының үҙ-ара бәйләнештәге эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн Яна Лантратова коммерцияға ҡарамаған ойошмалар активына, власть органдары вәкилдәренә Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берекмәләр һорауҙары буйынса комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республикабыҙҙа был йәһәттән уртаҡлашыр тәжрибә барлығын билдәләне, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү йәһәтенән төбәктәр рейтингында Башҡортостандың топ урындар алыуын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта Президент гранттарына бирелгән ғаризалар һаны буйынса ла йыл һайын алдынғылар рәтендә булыуына иғтибар итте.

– Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү мәсьәләһе республикабыҙ етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Был йәһәттән Башҡортостан бай тәжрибә туплаған һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Беҙ улар менән уртаҡлашырға әҙербеҙ һәм хеҙмәттәшлек өсөн дә асыҡбыҙ. Уңышлы алымдарыбыҙҙы башҡа төбәктәргә лә тарата алырыбыҙға ышанам, – тине ул.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда алты меңдән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошмалар теркәлгән, уларҙың дүрт меңгә яҡыны социаль йүнәлешле. Уларҙың һаны буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында лидерлыҡты биләй.

Түңәрәк өҫтәлдә Дәүләт Думаһы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Артем Бичаев, шулай уҡ урынбаҫар вазифаһын башҡарған Ольга Занко, Олег Леонов һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың да сығыштары урынлы булды. Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшен артабан да йәнләндереү өсөн яңы бурыстар билдәләнде.

 Автор фотолары.

 

  

 

Башҡортостандың уртаҡлашыр тәжрибәһе бар
Башҡортостандың уртаҡлашыр тәжрибәһе бар
Башҡортостандың уртаҡлашыр тәжрибәһе бар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас