Социаль мәсьәлә
25 Ноябрь 2025, 06:30

Ғүмерен ҡыл өҫтөндә ҡалдырғандар бар

Дөйөм алғанда, белгес фекеренә ҡарағанда, республикала ла, илдә лә “йәшел йылан” менән дуҫлашыусылар, психоактив матдәләр ҡулланыусылар кәмегән. Тик бына...

Ғүмерен ҡыл өҫтөндә ҡалдырғандар барҒүмерен ҡыл өҫтөндә ҡалдырғандар бар
Ғүмерен ҡыл өҫтөндә ҡалдырғандар бар

Белгестәр әйтеүенсә, эше ҡаты тәртип, нервы көсөргәнеше менән бәйле булғандарҙың бәғзеләре, тағы нормалаштырылмаған хеҙмәт көнө, ялдың юҡлығы ҡайһы берәүҙәрҙе  наркотик ҡулланыусылар рәтенә эләгеү ихтимал. Бынан тыш, тотороҡло эш урыны булмаған, нәҫел ептәре имен түгел һәм психиатрия, наркология диагноздары менән йәшәгәндәрҙең дә “аҡ үлем “ тоҙағына эләгеүе ихтимал. Ошоларҙың барыһы тураһында психиатр-нарколог Татьяна Старостина хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, был тап ошо кешенең наркотик йәки алкоголле эсемлек менән мауығыуы тураһында һөйләмәй. Барыһы ла ғаиләләге хәлдәргә лә бәйле икән. 

Дөйөм алғанда, белгес фекеренә ҡарағанда, республикала ла, илдә лә “йәшел йылан” менән дуҫлашыусылар, психоактив матдәләр ҡулланыусылар кәмегән. Тик бына наркотиктар менән бәйле проблемала арта төшкән. Йәғни был зарарлы матдәләрҙе ҡулланғандарҙа галлюцинациялар осраҡтары йышайған. Ә унан сығыуы бик еңел түгел икән.

Татьяна Старостинаның әйтеүенә ҡарағанда, синтетик каннабиноид (“дизайнер наркотик”) менән 30 – 40 йәштәгеләр ҡыҙыҡһына, 50 йәшлектәр араһында ла уны ҡулланыусылар бар.

Шуны онотмаҫҡа кәрәк: наркотиктарҙың кеше яҙмышын үҙгәртеп кенә ҡалмай, тотош ғүмерен ҡыл өҫтөндә ҡалдырыуы  ихтимал.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас