Социаль мәсьәлә
2 Декабрь 2025, 07:00

Һәр кем лайыҡлы йәшәргә теләй

Һоҡланғыс кешеләр, ҡыҙыҡлы яҙмыштар, тормоштарында киҫкен боролоштар яһаған ҡыйыуҙар тураһында миҫалдар күптәрҙе яңы бейеклектәргә рухландыра, көс-ҡеүәт бирә, үҙеңә ышанысты арттыра.

Һәр кем лайыҡлы йәшәргә теләйҺәр кем лайыҡлы йәшәргә теләй
Һәр кем лайыҡлы йәшәргә теләй

 

Хеҙмәт, һөнәр алыу матди яҡтан ныҡлыҡты, үҙаллылыҡты, тормош рәхәтлектәренән файҙаланыу мөмкинлеген генә аңлатмай. Эш – аҡса ғына түгел. Ул кешегә үҙенең кәрәклеген тойорға, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарарға, аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итә. Айырыуса сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн эшкә йөрөү, яңы күнекмәләргә эйә булыу үтә мөһим. 

 Был йәһәттән дәүләттең бурысы билдәле: инвалидтарға лайыҡлы йәшәү өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙың һәләтен, белемен, оҫталығын йәмғиәт, иҡтисад файҙаһына ҡулланыу. Рәсәй Президентының был мәсьәләгә ҙур иғтибар биреүе, төбәк, ведомство, предприятие етәкселәре алдына яңынан-яңы бурыстар ҡуйыуы билдәле. Илдәге 11 миллионға яҡын сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең дүрт миллиондан ашыуы хеҙмәткә һәләтле йәштә. Әлегә уларҙың ни бары 27,5 проценты эшкә урынлаштырылған. Был күрһәткестең үҫеше кадрҙар менән тәьмин итеүҙәге киҫкенлекте йомшартыр ине. Әммә хеҙмәткә урынлаштырыу, эшкә яраҡлаштырыу компанияларҙан ҙур сығымдар талап итә, шулай уҡ льготаларҙың бер өлөшөнән ҡолаҡ ҡағыу хәүефе инвалидтарҙың эшләү теләген һүрә.

Башҡортостанда 2024 йылдың Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителеүе был мәсьәләгә иғтибарҙы арттырҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү бер йыл менән генә сикләнмәй, был исемле йыл бары этәргес кенә. “Ҙур һорау бар – беҙ уларҙы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тип дөрөҫ атайбыҙмы икән? Ғәмәлдә сикһеҙмөмкинлектәре булған кешеләр улар. Бары ярҙам итергә кәрәк”, – тип билдәләгәйне Башҡортостан Башлығы. 

Рәсәй Социаль фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле республикала 15 йәштән өлкән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 236, 8 мең кеше  йәшәй, шуларҙың 94,6 меңе хеҙмәткә һәләтле йәштә. Инвалидлығы булған 25,2 мең кеше эшләй (26,7 %). Был һан Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән түбәнерәк булһа ла, хәлдең ыңғай яҡҡа йүнәлеүе һиҙелә. Әлеге көндә инвалидлығы булғандар республиканың 9,6 мең ойошмаһында эшләй, 1,7 мең кеше шәхси эшҡыуар булып теркәлгән, 5,7 мең кеше – үҙмәшғүлдәр. Дәүләт тарафынан үткәрелгән мәшғүллеккә йәлеп итеү йүнәлешенең кешеләр араһында ҡыҙыҡһыныу уятыуы мөһим. Былтыр, мәҫәлән, мәшғүллек хеҙмәтенә 2348 кеше мөрәжәғәт иткән һәм белгестәр ярҙамында 1740 инвалид эш тапҡан. Граждандарҙы эшле итеүҙә төп ҡорал булып эш урындарына квоталар биреү, стажировка, махсус эш урындары булдырыу тора. Эш биреүселәр өсөн дәүләт тарафынан дәртләндереү саралары ҡаралған. I һәм II төркөм инвалидтары һәм хәрби хәрәкәт ветерандары  өсөн махсус эш урындары булдырған эш биреүселәрҙең 200 мең һумға тиклем субсидия алыуы мөмкин. Был – “Кадрҙар” милли проектына ярашлы 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырылған сараларҙың береһе.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, инвалидтарҙы эшкә йәлеп итеүҙе арттырыу буйынса башҡа әһәмиәтле саралар ҙа бар. Республиканың 3,5 мең эш биреүсеһе өсөн 9,1 мең эш урынына квоталар булдырылған, әле уларҙа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 7,7 мең кеше эшләй. Шулай уҡ республикала эш биреүселәрҙең инвалидтарға һәм остаздарға түләнгән эш хаҡына тотонолған сығымдарын ҡаплатыусы стажировкалау программаһы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы кәңәшмәлә был мәсьәләнең көн ҡаҙағында тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алып,  хеҙмәткә һәләтле йәштәге эшләүсе инвалидтарҙың һанын арттырыу буйынса Хөкүмәткә саралар күрергә ҡушты.

 Дәүләт ярҙамында үҙ эштәрен асҡандар республикала етерлек. Шуларҙың береһе Алик Ғәниев Благовар районында фермерлыҡ менән шөғөлләнә, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә. Бер ҡулы булмауына ҡарамаҫтан, ҙур хужалыҡты алып барырға көсө лә, теләге лә етерлек. Баҡса һалыуға, уг гектар ерҙә алмағас ултыртыуға дәүләттән алынған субсидия ярҙам итә. Благовещен ҡалаһында тоҙ шахтаһы асҡан социаль эшҡыуар Руслан Шәйхуллиндың яҙмышы ла күптәр өсөн өлгө. Күҙ күреүе буйынса инвалидлыҡ алған күп балалы атай конкурста ҡатнашып отҡан аҡсаһына галогенератор һатып ала һәм үҙ эшен башлай. Бындай һоҡланғыс кешеләр, ҡыҙыҡлы яҙмыштар, тормоштарында киҫкен боролоштар яһаған ҡыйыуҙар тураһында миҫалдар күптәрҙе яңы бейеклектәргә рухландыра, көс-ҡеүәт бирә, үҙеңә ышанысты арттыра. Республика инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотҡан федераль пилот проекттарында һөҙөмтәле ҡатнашып килә. Быйыл ул шундай бер нисә проектта ҡатнашты, инвалидлығы булған йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса  “Уңышлыҡ эстафетаһы” айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды. Республиканың 80 компанияһы “Барыһы өсөн дә  асыҡ” инклюзив проектында әүҙем ҡатнаша.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:

“Беҙҙең күрһәткестәр дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән бер ни тиклем ҡалыша. Хәлде төҙәтергә, тигән бурыс ҡуям. Сиселештәрҙе табырға, муниципалитеттарҙы ғына түгел, тармаҡ министрлыҡтарын да йәлеп итергә кәрәк. Эш биреүселәргә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуҙың отошло һәм файҙалы булыуын аныҡ аңлатыу мөһим. Улар бит күп производство мәсьәләләрен сифатлы башҡарыусы кешеләрҙең ҙур төркөмө”.

Динә Арыҫланова.

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас