

Өфөләге вуз-ара студенттар кампусында спорт медицинаһында диагностикалауҙың заманса технологиялары тураһында һөйләштеләр. “Спорт медицинаһында диагностикалауҙың заманса технологиялары” оҫталыҡ дәрестәре спорт медицинаһы тармағында һөнәри үҙ-ара эшмәкәрлекте булдырыу һәм Башҡортостанда йәшәүселәргә махсус медицина ярҙамын камиллаштырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында ойошторолған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл октябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университетында “Адаптив физик культура һәм спорт медицинаһы” кафедраһы асылды. Унда һөнәри спортсылар һәм физкультура яратыусылар менән эшләү өсөн медицина белемле юғары квалификациялы белгестәр әҙерләнәсәк. Кафедраға педагогия фәндәре кандидаты, “Спорт теорияһы һәм методикаһы” ғилми белгеслеге буйынса доцент, 80-дән ашыу ғилми эш, дүрт монография, 12 уҡыу пособиеһы авторы Алексей Лукьянов етәкселек итә. Ул үҙе Рәсәйҙең ауыр атлетика буйынса спорты мастеры, 18 йыл хеҙмәт стажы булған тренер, юғары категориялы тренер-уҡытыусы.
Дауалау физкультураһы һәм спорт медицинаһы табибы, Рәсәй Фәндәр академияһының почетлы докторы, Континенталь хоккей лигаһының һөнәри хоккей клубтарының спорт реабилитациялауы буйынса табип-консультанты Михаил Касаткин оҫталыҡ дәрестәрендә эксперт булды.
Конференцияны асҡанда Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, профессор Валентин Павлов, “Динамо” йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, алты тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудов һәм башҡалар ҡатнашты.
“Адаптив физик культура һәм спорт медицинаһы” кафедраһында уҡырға инеү буйынса йыйыу бара. Кафедрала студенттарға, ординаторҙарға, аспиранттарға яңы белем алырға, спорт медицинаһы буйынса квалификация алырға була.
Сығанаҡ, фото: https://campusufa.ru/news/1639