Социаль мәсьәлә
26 Декабря 2025, 17:30

“Бында ҡартлыҡ еҫе аңҡымай”

Түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы тәүлек әйләнәһенә тәрбиәләү, ашатыу, кейем-һалымды алыштырыу ойошторола. Үҙҙәрен тәрбиәләй алғандар өсөн дөйөм кухня, һыуытҡыс бар. Дауалау-физкультура, физиотерапия, массаж кабинеттары урынлаштырылған реабилитация үҙәге табиптар һәм инструкторҙар күҙәтеүе аҫтында эшләй. Китапхана, бөҙрәхана, доға уҡыу бүлмәләре бар.

“Бында ҡартлыҡ еҫе аңҡымай”“Бында ҡартлыҡ еҫе аңҡымай”
“Бында ҡартлыҡ еҫе аңҡымай”

Яңы йыл байрамы алдынан  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Флүр Нурлығаянов  “Именлек” республика геронтология үҙәгендә булды. Бында йәшәүселәрҙең береһенең депутатҡа үтенес менән мөрәжәғәт итеүе килеү өсөн сәбәп булған. Төп маҡсат – үҙәктә йәшәү, тәрбиә һәм реабилитация шарттары менән танышыу.

Депутат үҙәктә бер нисә сәғәт булып, бөтә биш бүлексәне ҡараны, өлкәндәр һәм инвалидтар менән аралашты, персонал менән көн үҙәгендәге мәсьәләләр тураһында фекер алышты.

“Ҡартлыҡ еҫе” урынына таҙалыҡ һәм хәстәрлекте тойоу депутатта ҡәнәғәтлек тойғоһо уятҡан. “Мин бындай учреждениеларҙа элек тә булдым, тупһанан үтеү менән ҡартлыҡ еҫе һиҙелә торғайны. Бында ул юҡ, тимәк, именлектең тәүге билдәһе бар”, – тине депутат. Был уңыштың нигеҙендә хеҙмәт һәм тәртип ята.

Үҙәк директоры Зөлфирә Масҡулова ҡунаҡты эш режимы, ниндәй ярҙам саралары һәм хеҙмәттәр күрһәтелеүе менән таныштырҙы. Түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы тәүлек әйләнәһенә тәрбиәләү, ашатыу, кейем-һалымды алыштырыу ойошторола. Үҙҙәрен тәрбиәләй алғандар өсөн дөйөм кухня, һыуытҡыс бар. Дауалау-физкультура, физиотерапия, массаж кабинеттары урынлаштырылған реабилитация үҙәге табиптар һәм инструкторҙар күҙәтеүе аҫтында эшләй. Китапхана, бөҙрәхана, доға уҡыу бүлмәләре бар.

Депутат инвалид ҡатындың  шәхси сәфәрҙәр өсөн социаль таксиҙан файҙалана алмау буйынса мөрәжәғәтен тикшерҙе һәм мәсьәләне ыңғай хәл итеү юлдарын етәкселек менән бергә эҙләне. Шәхси осрашыуҙан һуң үтенес менән мөрәжәғәт иткән ҡатын ҡәнәғәт ҡалыуын белдергән.

“Мин кешеләргә мөмкин тиклем лайыҡлы тормош бирергә теләгән учреждениены күрҙем. Был - бөтә коллективтың  оло хеҙмәте. Ҡартлыҡта бер кемдең дә, хатта  иң яҡшы тип иҫәпләнгән социаль учреждениела ла йәшәүен теләмәйем, өйҙән дә яҡшыраҡ йәшәү урыны юҡ. Битараф булмағандарға ошо үҙәктә булып, өлкәндәр менән аралашырға кәңәш итер инем”, – тине Флүр Нурлығаянов.

Бөгөн учреждениела социаль хеҙмәттәр алыусы 274 кеше йәшәй, 184-е – инвалид.
Фото: “Именлек” республика геронтология үҙәге.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

“Бында ҡартлыҡ еҫе аңҡымай”
“Бында ҡартлыҡ еҫе аңҡымай”
“Бында ҡартлыҡ еҫе аңҡымай”
“Бында ҡартлыҡ еҫе аңҡымай”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас