

Борай районының Ҡуҙбай ауылында тыуып үҫкән хеҙмәт һәм тыл ветераны Гөлйөҙөм Фәхретдинова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Яҙмышын балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусыларын бөгөн дә уҡыусылары айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала. Был һөйкөмлө ҡатынға йөҙ йәш тулыуына ышанғы килмәй. Ул үҙе лә йылдарҙың шундай ҙур тиҙлек менән үтеп китеүенә аптырай һәм был һанға ышанып та етмәй. Бөгөн дә ул әүҙем тормош менән йәшәүен дауам итә. Социаль селтәрҙә яратҡан уҡытыусыларын ҙур байрамы менән уҡыусылары, яҡташтары, күрше-күләне ҡотлап, юбилярға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләгән.
“Мин 4-5-се кластарҙа уҡығанда Гөлйөҙөм апа класс етәксеһе булды. Мине ул бөхтәлеккә, эшкә өйрәтте, бергәләп “класс мөйөшө” эшләгәнебеҙҙе хәтерләйем. Йәйге каникулда күрше Бустанайға беҙҙе походҡа алып барғаны йылы хәтирә булып күңелдә йәшәй. Бергәләп фотоальбомдар төҙөнөк, һуғыш ветерандары тураһында иҫтәлектәр йыйҙыҡ. Гөлйөҙөм Хәмәтйән ҡыҙы кеүек уҡытыусыларҙан өлгө алып, уларҙы гел йылылыҡ менән иҫкә төшөрөп йәшәнем. Уҡытыусыбыҙҙы оло юбилейы менән ҡотлап, уға ҙур рәхмәт белдергем килә”, – тип яҙа уҡыусыларының береһе Роза ханым. Юбилярға бәхетле ҡартлыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Фото: “Алға” гәзите сайтынан.