

Ҡырмыҫҡалы районында бәлиғ булмағандарҙы реабилитациялау үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән иҫтә ҡалырлыҡ матур осрашыу үтте. Балалар эргәһенә республиканың ветерандар ассоциацияһы ағзалары ҡунаҡҡа килде. Улар буш ҡул менән килмәгән, уйынсыҡтар, тәмле-татлы күстәнәстәр менән тәрбиәләнеүселәрҙе һөйөндөрҙө.
Приют етәкселәре махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһына балаларға хәстәрлек күрһәтеүҙәре, иғтибарлы ҡарашы өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.
Социаль приюттағы йылы мөхиттә республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған 13 бала тәрбиәләнә. Был көндә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа аҙ ғына булһа ла үҙҙәрен бәхетлерәк, мәрхәмәтлерәк тойғандыр. Һәр хәлдә был байрам кескәйҙәр күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Һаубуллашыу ғына яманһыулыҡ өҫтәне, әлбиттә. Ветерандар был осрашыуҙың тағы ла ҡабатланасағына ышандырҙы. Балалар бергәләп фотоға төштө, Яңы йыл бүләктәре, күстәнәстәре өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
Фото: “Кармаскалинская новь” гәзите сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!