

Һәр кем, бигерәк тә балалар Яңы йылдан мөғжизә көтә. Был байрам башҡаларынан сихрилығы, барлыҡ уй-теләктәрҙең, хыялдарҙың тормошҡа ашырына өмөт уятыуы менән айырылып тора. Бөгөн Өфөнөң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына килгән бәләкәстәр ҙә сихри әкиәт донъяһына сорналды, мәҙәниәт йорто үҙе лә ғәҙәттәгесә булмағанса бөтөнләй икенсе төҫтәргә мансылған кеүек тойолдо. Урамда уҡ ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы ҡаршылаған төрлө әкиәт геройҙары тап ошондай уй-хистәр донъяһына илтте. Өҫтәүенә ирекмәндәр бәләкәстәргә Яңы йыл билдәһе булған мандариндарҙы һәм сихри “таяҡса”ларҙы бүләк итте. Улар иһә барлыҡ уй-хыялдарҙың тормошҡа ашырына өмөттө тағы нығытты.
Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мәртәбәле байрам – етенсе тапҡыр “Аксаков шыршыһы-2026” ойошторолдо. Ул 2019 йылдан “Бәхет биләмәһе” фонды тарафынан үткәрелә. Баш ҡаланан, Өфө, Архангел, Бөрө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа райондарҙан килгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, махсус хәрби операцияла булған яугирҙәребеҙҙең ҡыҙҙары һәм малайҙары өсөн бына тигән байрам үткәрелде.
Шул тиклем матур биҙәлгән шыршы, көр тауышлы Ҡыш бабай, сибәр Ҡарһылыу һәм башҡа байрам геройҙары кескәй ҡунаҡтарҙы һәм улар менән бергә килгән ата-әсәләрҙе, өлкәндәрҙе, тормош мәшәҡәттәренән бер аҙға арындырып, ғәжәйеп сихри мөхиткә йәлеп итте. Кескәй генә ҡунаҡтар үҙҙәре лә ысын мәғәнәһендә геройҙар ине. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә, улар һәр көнгә, йәшәйешкә, эргә-тирәлә барған ваҡиғаға ихлас шатлана һәм мөғжизәгә ышана белеүе менән һоҡландырҙы. Әйткәндәй, сағыу байрамда ҡатнашыусыларҙы бай йөкмәткеле программа көтә ине: сағыу фотозоналар, аквагрим, әкиәт персонаждары менән аралашыу, Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыу һәм башҡалар. Бөгөн ҡыҙҙар, малайҙар өсөн Радий Фәрит улы һәм “Бәхет биләмәһе” һәм “Өфө хосписы” хәйриә фондтарының попечителлек советтары рәйесе Каринэ Хәбирова менән иҫтәлеккә фотоға төшөү үҙе бер матур байрамға әүерелде.
“Бөгөн – Иҫке яңы йыл. Уны тотош ил байрам итә. Беҙ һеҙҙе ошо байрам менән ҡотларға килдек. Иң тәү сиратта балаларыбыҙға өндәшәм. Һеҙ, ысынлап та, иң яҡшыһы, иң матуры, иң аҡыллыһы һәм иң көслөһө. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек теләйем. Әле булған барлыҡ һыҙланыуҙар юҡҡа сыҡһын, һеҙҙе борсомаһын. Яҡшы уҡығыҙ, атай-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ һәм тормошоғоҙҙа барыһы ла һеҙ теләгәнсә булһын, – тине Радий Фәрит улы тамашасыларға спектакль алдынан. – Беҙҙең атайҙарға, әсәйҙәргә рәхмәт, хөрмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Улар һеҙ тип йәшәй, һеҙгә ярҙам итергә ашыға, уларҙы мотлаҡ һаҡларға кәрәк. Ҡайһы бер саҡ әсәйҙең эргәһенә барырға ла: “Барыһы ла яҡшы буласаҡ”, - тип әйтергә кәрәк. Күп кенә ғаилә башлыҡтары, атайҙар – алғы һыҙыҡта, махсус хәрби операцияла. Бөгөн уларға ҙур хөрмәт һәм ғаиләләренә терәк һүҙҙәрен әйтке килә. Беҙ барыбыҙ ҙа уларҙың өйҙәренә ҡайтыуына, һау булыуына, ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәүенә ышанабыҙ. Уларҙы көтәсәкбеҙ һәм ярҙам итәсәкбеҙ. Шуға күрә, атайҙары махсус хәрби операцияла булған балалар, атайығыҙға Ҡыш бабайҙан, шәхсән минән һәм ҡатынымдан оло хөрмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым”.
Бөгөн кескәйҙәр “Щелкунчик” спектаклен ҡараны. Был - иң мөғжизәле тамаша, сөнки ышаныс һәм һөйөү менән ҡараһаҡ, тормошта барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Шулай итеп, бөгөн баш ҡалабыҙҙа кескәйҙәр өсөн үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ мөғжизә бүләк иттеләр. Тормошобоҙ ошондай матур мәлдәргә бай булһын, балаларыбыҙ шатланып йәшәһен, улар һәм яҡындарыбыҙ бәхеткә сорналһын, тотош донъяла тыныслыҡ булһын ине.
Рафаэль ИСЛАМОВ, әсәһе Гүзәл менән:
- Был байрамға тулҡынланып, ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып килдек. Беренсе тапҡыр беҙ бында, әммә театрҙың ишек төбөнән үк беҙҙе әкиәт геройҙарының шулай матур ҡаршылауы күңелдәребеҙгә бәхет нурҙарын таратты. Ошондай сағыу сараны ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәт!
Мөғлифә АРАЛБАЕВА, Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһенең Һаңғырау балалар өсөн коррекция мәктәп-интернатының 5-се “а” класының класс етәксеһе һәм тәрбиәсеһе:
- Был сарала беренсе тапҡырбыҙ, әммә урамдан уҡ беҙҙе матур ҡаршылауҙары оҡшаны. Бөгөн мин Ника Муслова менән килдем. Уның атаһы һәм бер туған ағаһы махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнаша. Тағы беҙҙең менән бергә 1-се кластан Глеб Яппаров килде.
Театрға ингәс, үҙебеҙҙе әкиәт донъяһына эләккәндәй тойҙоҡ. Байрам шул тиклем юғары кимәлдә ойошторолған. Театрға ингәндә үк бәләкәс кенә ҡыҙҙарҙың мандарин таратыуы, ирекмәндәрҙең йүгереп йөрөп ярҙам итергә ынтылыуы, балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйлауҙары, сағыу тамаша һәм иғтибар оҡшаны. Барыһы өсөн дә рәхмәт!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!