Социаль мәсьәлә
14 Ғинуар , 06:00

Өләсәйемде ҡарттар йортона тапшырҙым...

Өләсәйем мине өс йәшемдән ҡарап үҫтерҙе. Тап шул йәштә атайым да, әсәйем дә аварияға эләгеп һәләк булғайны. Тик...

Өләсәйемде ҡарттар йортона тапшырҙым...Өләсәйемде ҡарттар йортона тапшырҙым...
Өләсәйемде ҡарттар йортона тапшырҙым...

Университетта бергә уҡыған һабаҡташым Наилде Өфөнөң Үҙәк баҙарында осраттым. Күптән күргәнем юҡ ине, ҡартайыбыраҡ киткән.

“Ҡартайғанмынмы?” – тип көлөмһөрәне ул, минең текләп ҡарағанды һиҙеп.

“Юҡ-юҡ, элекке сос һәм шаян Наил инде...” – тигән булдым.

Ул ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы, хәйләләшмә, тигәнде аңлатты ахыры был хәрәкәте. “Әйҙә, анауындағы кафешкаға инеп сәй эсеп алайыҡ, шунда һөйләрмен”, тине һабаҡташым һәм беҙ шунда йүнәлдек. Түбәндә уның һөйләгәндәрен килтерәм (исемдәр, әлбиттә, үҙгәртеп алынды).

“Өләсәйем мине өс йәшемдән ҡарап үҫтерҙе. Тап шул йәштә атайым да, әсәйем дә аварияға эләгеп һәләк булғайны. Ул мине ашатыусы-кейендереүсе, эшкә өйрәтеүсе һәм дәрестәремде әҙерләшеүсе генә түгел, ә мин мохтажлыҡ кисермәһен өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләргә тырышҡандыр тип уйлайым. Үҫкәс, һөнәр алып үҙаллы йәшәй башлағас та мин уны ҡартайған көндәрендә ҡарармын, беҙҙең ғаиләлә йәшәр тип күҙ алдына килтерә инем. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла, мотлаҡ шулай эшләрмен, тип үҙ-үҙемә ант та бирҙем.

Тәүҙәрәк шулай булды ла. Тик, ышанырһыңмы-юҡмы, бер йыл самаһы элек өлөсәйемде ҡарттар йортона алып барып тапшырҙым. Әгәр ҙә икенсе бер кеше шулай тип әйтһә, уның тураһында “ниндәй игелекһеҙ әҙәм икән” тип ытырғанып уйлар инем. Һин дә шулайыраҡ фекерләйһеңдер, моғайын, һәм быны аңлап торам. Тик донъя улай ябай ғына ҡоролмай икән ул.

Өләсәйем беҙҙә йәшәй башлағанда ғаиләле инем инде. Баштараҡ, саҡырһам да, килергә теләге булманы, сөнки үҙаллы йәшәрлек хәлдә ине әле. Тик тор-бара һаулығы ла, хәтере лә ныҡ ҡаҡшаны. Күршеләр хәбәр итеүенсә,  аңы ла бик йыш томалана икән. Шунан, ай-вайына ҡарамай, үҙебеҙгә күсереп алып килдек.

Ҡыйынлыҡтар ваҡ-төйәктән башланды тиһәң дә була. Ул көнөнә ун тапҡыр тиерлек миңә эшкә шылтырата һәм бер үк нәмәне һораша ине. Артабан әйберҙәрен, беҙҙән ҡыҙғаныпмы икән, төрлө урындарға йәшерә һәм таба алмай. Шунан ҡатыныма ҡысҡыра: “Һин урлағанһыңдыр, әйберҙәре ҡалмаһын да тиҙерәк беҙҙән китһен тип маташаһыңмы әллә?”  Беҙ был хәлгә түҙергә тырыштыҡ, үҙ өйөндә булмағас, стресс кисерәлер, һуңыраҡ тынысланыр әле тип көттөк.

Деменция – ул хәтер насарайыуы түгел, ә шәхестең тарҡалыуы, тип аңлатты мин кәңәш һорап барған табип. Ысынлап та, минең ғүмер буйы аҡыл эше менән шөғөлләнгән педагог өләсәйем урамдағы иҫерек ирҙәр кеүек һүгенә башланы. Төнөн уның фатир буйлап йөрөүенә, ултырғыстарҙы ауҙарыуына, кухняла: “Кемдәр килгән беҙгә тағы, ниңә һауыт-һабаны йыйыштырып та ҡуймағандар!” тип ҡысҡырыуына, сынаяҡтарҙы раковинаға бәреүенә һиҫкәнеп уяна инек. Ә бит өйгә бер ҡунаҡ та килмәне, үҙебеҙ генә. Газды тоҡандырыуын ишетеп, шым ғына тороп уны һүндереп ята инем. Күрәһең, нимәлер бешерергә тип йыйынған да, үҙе йоҡлап киткән. Юҡ, беҙ уны ас тотманыҡ, киреһенсә, ул теләгәнде һатып алырға һәм бешерергә тырыштыҡ.

Ҡатыным Гүзәл менән беҙ алмашлап йоҡланыҡ. Йүнләп ял итеп булмағас, эштә лә әллә ни ыратып булманы. Етәкселәр, быны күреп,  илке-һалҡы йөрөүҙә ғәйепләп ҡуймаһын тип тә шөрләй башланым. Ҡатыным да бик йыш ҡуҙғыусан булып китте, гел башы ауыртыуға зарлана ине. Никахыбыҙ тарҡалыуға яҡынлашыуын да һиҙенә инем, тик ни ҡылырға, ниндәй саралар күрергә белмәйем. Беҙ хәҙер фатирҙың хужалары түгел, ә төрмәләге күҙәтеүселәр, йәғи надзирателдәр һымаҡ инек.

Түҙемлектең һуңғы сиккә етеүе бер көн кухняла кисе аш ашаған мәлгә тура килде. Өләсәйем тәүҙә өндәшмәй генә ашап ултырҙы ла, кинәт миңә тишерҙәй һалҡын ҡараш менән төбәлде.

– Ғәлимулла! – тип, миңә олатайымдың исеме менән ҡысҡырҙы һәм килене Гүзәлгә күрһәтте. – Һин нимә – ниндәй бисә алып килдең өйгә?! Олямайһыңмы ни минән, балаларҙан?

Мин өлөсәйемде тынысландырырға тырыштым, эргәһенә барып яурынынан ҡосаҡланым һәм, “өләсәй, мин бит һинең ейәнең” тип һәм башҡа һүҙҙәр әйтергә генә уйлағанда, ул ... ҡулыма сәнске менән ҡаҙаны!  Ҡулдан ҡан сәсрәп сығыуҙан һәм ауыртыуҙан бигерәк өйөбөҙҙә ошондай көтөлмәгән хәл булыуға шаҡ ҡатып ҡалғайным.

– Ә-ә, ҡатыныңды тыңламай йөрөһәң  бына шулай була ул, уйнашсы!... – тип хахылдап көлдө өләсәй. Йөҙөнән һәм ҡараштарынан уның беҙҙе бөтөнләй танымауын һиҙемләргә була ине. Эйе, беҙ уның ныҡ сирле булыуына хәҙер шикләнмәнек.

Ул төндө беҙ Гүзәл менән икебеҙ ҙә йоҡламаныҡ, кухняла ултырып сыҡтыҡ, ҡатыным әленән-әле илап ала ине, минең дә күҙҙәр йәшләнә. Гүзәлдең муйынында күгәргән урын да бар – өләсәй уға: “Бар, ҡайтып кит өйөңә!” тип таҫтамал менән ныҡ итеп һуҡты. Уның йәшендә ҡайҙан шул хәтлем көс булалыр.

– Мин уны күралмайым, – тип шыңшыны Гүзәл. – Тәүҙәрәк ул һәйбәт ине, хәҙер әллә нимәгә әүерелде, түҙер тәҡәтәм ҡалманы инде. Шул арҡала бер-беребеҙҙе юғалтһаҡ, нисек йәшәрмен икән тип ҡайғырам.

Шул көндән башлап проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй башланым. Эйе, өләсәйгә айырым йәшәргә кәрәк, тик мотлаҡ уның ҡараусыһы ла булырға тейеш. Ҡәҙимге ҡарттар йорто, йәғни ҡараусыһыҙ ҡалған һәм үтә өлкән йәштәгеләрҙе дәүләт органы урынлаштырған приют түгел, ә деменция менән яфаланғандар йәшәй торған махсуслашҡан бүлексәһе булған пансионат табырға тырыштым.

Әмәлгә ҡалғандай, ундай урындар бик аҙ икән, сәбәбе – йәшәү хаҡы ҡиммәт булғанға. Ундай пансионаттарҙа сирлеләр даими күҙәтеү аҫтында, тәжриәбе психологтар эшәй. Тик бының өсөн ошо оло кешенең балалары йәки ейәндәре ай һайын түләп барырға тейеш, ундай учреждениеларҙы эшҡыуарҙар тота икән.

Ахырҙа, бер пансионатҡа туҡталдыҡ. Эйе, унда ла аҙ түләргә кәрәкмәй, тик беҙ Гүзәл менән хаҡына ҡарамаҫҡа булдыҡ. Күпме генә йәшәргә ҡалғандыр инде сирле өләсәйебеҙгә, беҙҙең нервылы шарттарҙа көн күргәнсе, шундай учреждениела сағыштырып та булмаҫлыҡ яҡшыраҡ инде ул, тирә-яғында ла үҙе кеүек хәлдәге һәм йәштәге кешеләр. Беҙ һайлаған пансионат, ҡарттар йортонан бигерәк, һәйбәт  “спа-отель” кеүек ине – табиптар, шәфҡәт туташтары һәм даими үткәрелгән терапия курстары бар.

Уны шунда алып барғанда ул автомобилдә нимәнәндер шөрләгән бала һымаҡ шым ғына ултырҙы. Мин уны “Дачаға барабыҙ” тип алдаштырҙым. Үҙемә сикһеҙ оят ине. “Ярай, беҙ уға әленән-әле барып, хәлен белеп, ниндәй шарттарҙа йәшәгәнен тикшереп торорбоҙ”, тип тынысландырам үҙемде.  “Уның ҡарауы, ғаиләмә тынысыраҡ булыр, йүғиһә көсөргәнешле шарттарҙа үҙебеҙ ҙә сиргә һабышырбыҙ”, тип яҡшыраҡ уйҙарға бирелергә тырышам.

Бер аҙнан беҙ Гүзәл менән, ысынлап та, пансионатҡа килдек. Өләсәйҙең битәрләүен, илауын, беҙҙе оятҡа ҡалдырырға тырышыуын көткәйнек, тик улай булып сыҡманы. Ул тәҙрә эргәһендә ултыра, ә аҡ халатлы ҡатын уға ниндәйҙер ҡалын тышлы китапты ҡысҡырып уҡый ине. Лев Толстойҙың “Анна Каренина”һы икән. Өләсәй беҙгә ҡарап ҡына ҡуйҙы ла, ҡарашын ситкә алды. “Үпкәләгән”, тигән уй үтте баштан. Тик, табип аңлатыуынса, ул фәҡәт беҙҙе танымаған икән. Ул күңеле менән әлеге роман геройҙары тормошонда йәшәй.

Мине аптыратҡаны шул булды – уның йөҙө бик тыныс ине. Нисәмә йыл инде уны шундай ҡиәфәттә күргәнем юҡ. Ниндәйҙер бәхет йәки шатлыҡ хистәре кисерә тип әйтеп булмайҙыр, әммә борсолоу, нәфрәтләнеү һәм нимәнәндер ҡурҡыу хисе лә сағылмай.

– Ғәлиә Абдулла ҡыҙы беҙгә, ҡайһы бер пациенттар кеүек, артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай, – тине шәфҡәт туташы. – Ул тынысландыра торған таблеткалар һәм уколдар ала, һаулығы контролдә, расписание буйынса ашаталар, йөрөргә алып сығалар. Төнгө ҡараңғынан ҡурҡмай, сөнки беҙҙең төнгө дежурҙар ҙа бар.

Шуны аңланым: бында һөнәрмәндәр эшләй. Эйе, улар үҙ өләсәләре йәки әсәләренә булған кеүек тойғолар менән эш итмәй, әммә уларҙа арыу-талыу, нәфрәтләнеү йәки башҡа кәрәкмәгән хистәр ҙә юҡ. Өләсәйҙең донъяһы хәҙер пансионат бүлмәһе, ашхана һәм биләмәләге баҡса менән генә сикләнә. Әммә был донъяла тәртип һәм тыныслыҡ бар. Йән тыныслығы тип тә әйтер инем. Ә беҙҙең йортта, башҡа шуға оҡшаш ғаиләләрҙәге кеүек,  ығы-зығы, көсөргәнешлек хөкөм һөрә ине һәм, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, бер-беребеҙҙе юҡ итеүгә табан юл алғайныҡ.  

Эйе, пансионатҡа түләп тороу ҡиммәт кенә, минең эш хаҡының яртыһынан ашыуы шуға китеп тора. Хәҙер отупскыла ла бер ҡайҙа бармайбыҙ, яңы автомобиль алыуҙы ла кисектерҙек. Уның ҡарауы, тыныс тормошта йәшәбеҙ. Көнөбөҙ генә түгел, төнөбөҙ ҙә тыныс. Туҡтауһыҙ хәл бөтөү һәм ауыртыныу ҙа юғалды. Өләсәйҙе пансионатҡа урынлаштырыуға үкенмәйем. Кемдер быны хыянат тип ҡабул итер, бәлки. Был хәл башынан үтмәгән кешеләрҙе күҙ уңында тотоп әйтәм. Ә мин шуны аңланым: яратҡан кешеңде беҙҙең фатирҙағы ошоға хәтлем булған шарттарҙа интектергәнсе, уға ла тыныс һәм хәстәрлекле һөнәрмәндәр уратып алған донъя булдырырға кәрәктер”.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас