Социаль мәсьәлә
14 Ғинуар , 08:00

Яңы ғаилә тыуҙы!

 Ағиҙел ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров билдәләүенсә, “Хаба” йәш булһа ла, үҙенең бик яуаплы, батыр һәм етди егет икәнлеген раҫлаған.

Яңы ғаилә тыуҙы!Яңы ғаилә тыуҙы!
Яңы ғаилә тыуҙы!

Яңы йылдың тәүге көндәрендә Ағиҙел ҡалаһының ЗАГС бүлеге гөрләп торҙо. Яңы ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеүе һәр саҡ оло шатлыҡ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан  “Хаба” позывнойлы яугир  һәм уның һөйгәне Олеся сәстәрен сәскә бәйләргә ҡарар итте.  Уларҙың икеһенә лә ни бары 20 йәш. Ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров билдәләүенсә, “Хаба” йәш булһа ла, үҙенең бик яуаплы, батыр һәм етди егет икәнлеген раҫлаған. Бына ике йыл инде ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яңыраҡ туй үткәреү өсөн тыуған ҡалаһына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Денис Ирназаров йәштәрҙе күңелле ваҡиға менән ҡотлап, уларға Башҡортостан Башлығының ҡотлау адресын  һәм иҫтәлекле бүләк ташырҙы.

Йәштәргә бәхетле ғүмер, һаулыҡ һәм мөхәббәт теләйбеҙ!

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Яңы ғаилә тыуҙы!
Яңы ғаилә тыуҙы!
Яңы ғаилә тыуҙы!
Яңы ғаилә тыуҙы!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас