

Салауат районының Мәсетле ауылында йәшәгән Миләүшә һәм Айвар Рәхимовтар 25 йыл инде татыу ғаилә ҡороп, ауылдаштарын һоҡландырып йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың йортонда бер-береһенә хөрмәт, ихтирам нығынды, үҙҙәренә хас йәшәү рәүеше барлыҡҡа килде.
Миләүшә Борис ҡыҙы мәктәптә балаларҙы биологиянан уҡыта, ошо эште уҡыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһы менән яраштырып алып бара. Айвар Сәғит улы “Янғантау” шифаханаһында эшләй. 2011 йылда улдары Самат донъяға килә, ғаиләнең бәхете тағы ла түңәрәкләнә төшә. Әле ул 8-се класта яҡшы уҡый, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Самат “Беренселәр хәрәкәте”ндә һәм ирекмәндәр төркөмөндә тора, яңыраҡ конкурстарҙың береһендә приз яуланы.
2023 йылда Рәхимовтар үҙҙәре өсөн мөһим ҡарар ҡабул итә – ағалы-һеңлеле Таһир менән Аринаны тәрбиәгә ала. Балалар бик тиҙ уртаҡ тел таба, йорттағы йылы, тыныс мөхит яңы шарттарға яраҡлашырға мөмкинлек тыуҙыра.
Хәҙер Арина 6-сы класта уҡый, мәктәптәге сараларҙа, төрлө конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө – бейеү. Түңәрәктәргә ихлас йөрөй, концерттарҙа сығыш яһай. Буш ваҡытында ҡул эштәре менән шөғөлләнә, ҙур кинәнес менән ҡамырҙан тәмлекәстәр бешереп, ғаилә ағзаларын һыйларға ярата.
Таһир 2-се класта уҡый, уны алсаҡлығы, илгәҙәклеге өсөн барыһы ла үҙ күрә. Өлкән ағаһы Самат уға бар яҡтан да өлгө булып тора. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, яңыраҡ ҡына тасуири шиғыр уҡыусылар бәйгеһендә оҫталыҡ күрһәткән.
Миләүшә һәм Айвар Рәхимовтар иң мөһим йәшәү ҡиммәттәрен балаларына үҙ өлгөләрендә бирергә тырыша. Тормошта яһаған көтөлмәгән аҙымдары өсөн үкенмәйҙәр, “беҙ был ҡарарҙы аңлы рәүештә, уйлап ҡабул иттек”, тиҙәр.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!