

2026 йылдың Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы итеп иғлан ителеүе юҡҡа түгел. Беҙҙә ундай өлгө алырлыҡ ишле ғаиләләр етерлек. Ишембай районындағы Хәбибуллиндар ғаиләһе тап шундай – берҙәм, ярҙамсыл, йәшәгән мөхиттәре йылы, хәстәрлекле.
2024 йылдың февраль айы ғаилә өсөн ҙур боролош яһарға мәжбүр иткән осор булды. Улының махсус хәрби операция зонаһында һәләк булыу фажиғәһенән һуң Хәбибуллиндар йорттарына алты ейән-ейәнсәрен тәрбиәгә алды. 13 йәшлек Аделина һәм Айгүзәл, ете йәшлек Алтынай, биш йәшлек Асель, ике йәшлек Арсен һәм бер йәшлек Арина хәҙер олатаһы һәм өләсәһенең хәстәрлегендә йәшәй.
Аталарын юғалтыу ҡайғыһын балалар ауыр кисерә, өлкәндәрҙең хәстәрлеге, түҙемлеге, иғтибары һыҙланыу-юҡһыныуҙарҙы баҫырға ярҙам итә.
Ҡыҙҙар йортта көнкүреш мәшәҡәттәрен ойоштора, дежур итеү графигы барлыҡҡа килә. Һәр кем кескәйҙәрҙе хәстәрләй, кемдер йыйыштыра, кемдер кухняла ярҙам итә. Хәбибуллиндар ғаилә традицияларын һаҡлай белә, бала саҡтың яҡты иҫәтәлектәре онотолғоһоҙ булһын өсөн тыуған көндәрҙе матур итеп үткәрә, ә Яңы йыл байрамы менән ҡотларға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡыралар. Йома һайын яҡты донъянан киткән яҡындарын иҫкә алып, ҡоймаҡ бешереү, күмәкләп сәй эсеү йолаһы ла бар уларҙа.
Буш ваҡытта бергәләп Ҡуштау һәм Торатауға сәйәхәт ҡылыу, саңғыла, тюбингтарҙа шыуыу, бассейнға йөрөү уларға бик оҡшай. Яңы тойғолар, матур хәтирәләр балаларҙың тормошон йәнләндерә, борсолоуҙарҙан арындыра. Ғаилә бөтә мөһим мәсьәләләрҙе бергәләп кәңәшләшеп хәл итергә ғәҙәтләнгән. Бебитгөл Абдрахман ҡыҙы һәм Вәли Шәйхизада улы тормоштағы ябай, әммә бик кәрәкле төшөнсәләр тураһында аңлата, Бер-берең тураһында хәстәрлек күреү, таяныс була белеү- иң мөһиме, ти улар.
Балалар тырышлыҡтары менән ҡаҙаныштарға өлгәшә. Алтынай һәм Асель карате менән шөғөлләнә, ярыштарҙа призлы урындар яулай. Кемдер һүрәт төшөрөргә ярата, кемдер ҡул эштәре менән мәшғүл, ғәрәп телен өйрәнеүселәр ҙә бар. Өлкәндәр үҙҙәре лә мәктәптәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бергәләп концерттарға, музейҙарға йөрөйҙәр, өйгә эштәрҙе күмәкләп эшләйҙәр. “Сабырлыҡ һәм һөйөү бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә”, ти олатай менән өләсәй.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!