

Үҫмер ваҡыты – һәр кемдең тормошондағы иң яуаплы осорҙарҙың береһе. Тап ошо мәлдә балалар бигерәк тә өлкәндәрҙең эргәлә булыуына мохтаж. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһының да бындай мөмкинлектәре юҡ.
Бөгөн һеҙҙе Линар менән таныштырғыбыҙ килә. Уға – 13 йәш. Тыныс һәм ихлас егет ул, тик тиҙ генә асылып китә һалмай. Әммә үҙенә ышанғандар бар икән, асыҡ, иғтибарлы һәм бик ҡыҙыҡ әңгәмәсегә әүерелә. Шуныһы мөһим: Линарға ышанырға мөмкин, ярҙам кәрәк ваҡытта ла ул ташламаҫ.
Линар кистәрен дуҫтары менән өҫтәл теннисы уйнарға, яҡшы фильм ҡарарға һәм уның тураһында әңгәмәләшергә ярата. Ул балаларса ихлас һәм шул уҡ ваҡытта өлкәндәрсә уйланыусан. Линарҙың ҙур хыялы бар: үҙенең өйө һәм ата-әсәһе тураһында – тормошондағы мөһим ваҡыттарында – шатлыҡлы һәм ауыр мәлдәрҙә эргәһендә булыр яҡындары тураһында хыяллана. Һеҙ ҙә ошо яҡшы малай тураһында башҡаларға һөйләгеҙ һәм социаль селтәрҙә таратығыҙ тип яҙған республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Урындағы йәшәү урыны буйынса бәлиғ булмағандарға ҡарата опекун (попечитель) булыу мөмкинлеге тураһындағы һығымтаһы булғандар төбәктәге мәғлүмәттәр банкына мөрәжәғәт итә ала: 8 (347) 218 03 62.
Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.