

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең туғыҙ әсәһенә “Герой әсә” исемен биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Улар араһында Башҡортостандан Фәнәзиә Таҡалова ла бар. Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ, ҙур һәм татыу ғаиләгә именлек, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Башҡортостанда хәҙерге ваҡытта ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60 ғаилә булыуы билдәле.Уларҙың араһынан Герой әсә исеменә лайыҡтар артабан да булыр тип уйлайбыҙ.
Юғары исемгә лайыҡ булыу өсөн ниндәй мөһим шарттарҙы үтәү кәрәк? Рәсәй гражданы булыуҙан, кәм тигәндә ун бала табып тәрбиәләүҙән тыш, ғаилә сәләмәт тормош алып барырға, балалары тураһында тейешле хәстәрлек күрергә һәм социаль яуаплы булырға тейеш. Һуңғы пункт аҫтында түбәндәгеләрҙе аңларға кәрәк: ата-әсә рәсми никахта торорға (балалар төрлө атанан булғанда исем алыуға мөмкинлек ҡырҡа кәмей), ғаиләлә хоҡуҡ боҙоусылар, наркологта иҫәптә тороусылар булмауы, ир менән ҡатындың ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәүе шарт. Балаларҙың һәйбәт уҡыуы, түңәрәктәрҙә, конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашыуы ла иҫәпкә алына. Юғары исемгә лайыҡ булған әсәләргә йыл һайын 1 февралдә индексацияланасаҡ 72,4 мең һумлыҡ айлыҡ түләү ҡаралған. Шулай уҡ Хеҙмәт Геройҙары өсөн билдәләнгән льготаларға ла эйә буласаҡтар.
Статистикаға ҡарап, ысынбарлыҡты күҙ алдына килтереп була. “Герой Әсә” исеме 2022 йылда тергеҙелгәндән һуң уны Рәсәйҙә 118 ҡатын алды. Тәүге йылда ни бары туғыҙ, 2023 йылда – 38, 2024 йылда 71 әсә юғары исемгә лайыҡ булды. Тәү ҡарашҡа үҫеш бик ҙур кеүек, тик был һандар беҙҙең йәйрәп ятҡан ил өсөн бер һыу тамсыһындай ғына. Шуға күрә ил етәксеһенең ғаилә нигеҙҙәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, айырыуса ишле ғаиләргә иғтибарҙы арттырыуға йүнәлеш алыуы ваҡытлы сара, сөнки ҙур, татыу ғаилә – ил, йәмғиәт өсөн ныҡлы, ҡеүәтле ҡалҡан.
Фотола (шәхси архивтан) Туймазы районынан 12 бала тәрбиәәләп үҫтергән Тәнзилә һәм Ринат Шәриповтар ғаиләһен күрәһегеҙ.