Социаль мәсьәлә
2 Февраль , 13:00

Һигеҙ меңгә яҡын етемгә торлаҡ кәрәк

Былтыр был маҡсатҡа 2,8 миллиард һум бүленгән. 

Һигеҙ меңгә яҡын етемгә торлаҡ кәрәкҺигеҙ меңгә яҡын етемгә торлаҡ кәрәк
Һигеҙ меңгә яҡын етемгә торлаҡ кәрәк

Башҡортостанда 7921 етем бала торлаҡ менән тәьмин итеүгә сиратта тора. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итте. Сираттағыларҙың күпселегенә (5264 кеше) 18 йәш тулған, дәүләт уларға бушлай торлаҡ бирергә тейеш ваҡыт еткән.

2025 йылда был программаға федераль һәм республика бюджеттарынан 2,8 миллиард һум бүленгән, 2,7 миллиард (99,5 процент) үҙләштерелгән, тип хәбәр итте министр вазифаһын башҡарыусы. Былтыр муниципалитеттар етемдәр өсөн 791 торлаҡ һатып алған һәм торлаҡ һатып алыуға 129 сертификат биргән.

2025 йыл башынан бөтәһе 947 етем торлаҡ алған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас