Социаль мәсьәлә
4 Февраль , 09:30

Ипотека кредитын алыусылар кәмей

Башҡортостанда ипотека кредиты күләме 55 процентҡа кәмегән.

Ипотека кредитын алыусылар кәмейИпотека кредитын алыусылар кәмей
Ипотека кредитын алыусылар кәмей

Башҡортостанда ипотека кредиты күләме 55 процентҡа кәмегән.

Берләшкән кредит бюроһы 2026 йылдың ғинуарына йомғаҡ яһаны: торлаҡ кредиттары һаны һәм күләме 2025 йылдың декабре менән  сағыштырғанда яртыһынан ашыуға аҙайған.

Йылдың беренсе айында республика халҡы дөйөм суммаһы 12,25 миллиард һум булған 3 048 ипотека алған. Кредиттың уртаса күләме – дүрт миллион һум. Ғинуарҙа бирелгән кредит күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урынды биләне. Иң күп кредит алыусылар һәм кредит күләме – Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас