

Башҡортостанда етемдәр һәм инвалидтар өсөн торлаҡҡа һәм торлаҡ сертификаттарын түләүгә 2026 йылда 3,1 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Был хаҡта республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итте. 2025 йылда был маҡсатҡа өс миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралғайны. “Республикаға Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселек итә башлау менән етем балалар һәм инвалидтар өсөн торлаҡты финанслау мәсьәләһе урынынан ҡуҙғалды һәм системалы рәүештә хәл ителә башланы. Шуны аңларға кәрәк, бөтә етем балалар һәм бөтә инвалидтар ҙа торлаҡ йәки сертификат алыуға хоҡуҡлы түгел – бары мохтаждар ғына был хоҡуҡтан файҙалана ала. Шуның менән бергә хәҙерге торлаҡ кодексы мохтаждарҙы тәьмин итеүҙе торлаҡты милеккә биреү юлы менән түгел, ә махсус торлаҡты яллауға биреү шарттарында тәьмин итеү бурысын ҡуя. Бындай биналар муниципалитет ҡарамағында ҡала.
Әлеге ваҡытта етемдәрҙе һәм инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү яҡшыра бара, ул системалы, даими төҫ алды. Балаларға йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ биреү ваҡиғалары, минеңсә, аҡса средстволары етешмәү һәм төҙөүселәрҙең намыҫһыҙлығы менән бәйле булғандыр. Етем балаларға һәм инвалидтарға йәшәргә мөмкин булмаған торлаҡ төҙөү һәм тапшырыу өсөн ниндәй намыҫһыҙ кеше булырға кәрәк. Шуның менән бергә тапшырылған торлаҡ биналарын даими тикшереүҙе яҡшы фекер тип иҫәпләйем, мәҫәлән, ике-өс йылдан һуң. Етем балаға бушлай фатир биреү менән генә уның торлаҡ проблемалары тамамланмауы ихтимал – коммуналь хеҙмәттәргә түләргә, ремонт эшләргә кәрәк. Бындай балаларҙың бер үҙҙәрен яңғыҙ ҡалдырырға ярамай – йәмғиәт, опека органдары уларҙың ата-әсәһен алмаштыра. Мин йәмғиәттең дә был проблемаларҙан ситтә ҡалмаясағына ышанам”, – тип билдәләне Башҡортостан Йәмәғәтселек палатаһының граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Булат Сафин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.