Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Февраль , 11:45

Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел

"Улыма өс йәш тулғанда бухгалтер булып эш башланым. Ирем менән бергә  бәхетле ғаилә төҙөнөк, тәү тапҡыр һатып алған шкаф та беҙҙең өсөн оло шатлыҡ ине..."

Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел
Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел

Профессиональ психолог һәм уңышлы бизнес-леди, өс бала әсәһе Резида Зәйнулина ғаилә һәм традицияларҙы тормошта төп ҡиммәттәр тип иҫәпләй. 2022 йылда ул “Семья под ключ” тип аталған Ғаилә именлеге һәм сәләмәтлеге үҙәген аса. Үҙәк ғаиләләргә айырылышыуҙарҙы иҫкәртеү һәм ғаиләләрҙе нығытыу буйынса ярҙам күрһәтә. 2023 йылда “Семья под ключ” коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошманы асып, йәштәрҙе ғаилә тормошона әҙерләү буйынса “Ғаилә компасы” социаль проектын ғәмәлгә ашыра. Хәҙер Резида Ирек ҡыҙы “МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләһенең көсө” проекты өҫтөндә эшләй һәм уларға психологик ярҙам күрһәтә.  

“Шулай уҡ хәҙерге ваҡытта “Ғаилә һәм традициялар йорто” проекты өҫтөндә әүҙем эшләйем. Мине айырыуса ғаиләләрҙең тарҡалыу тенденцияһы, йәштәр араһында никахтың ҡиммәте кәмеүе бик борсой. Был проекттың ғаиләләрҙе тартыу көсөнә эйә булыуына, халҡыбыҙҙың мәҙәни традицияларын һаҡлаған яңы ғаиләләр барлыҡҡа килеүенә ышанам”, – ти ул.

Резида Зәйнуллина ғәҙәти совет ғаиләһендә тыуа, атаһы инженер-конструктор, әсәһе балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.

–Улыма өс йәш тулғанда бухгалтер булып эш башланым. Ирем менән бергә  бәхетле ғаилә төҙөнөк, тәү тапҡыр һатып алған шкаф та беҙҙең өсөн шатлыҡ ине. Тиҙҙән ипотекаға фатир алдыҡ. 2003 йылда ҡыҙыбыҙ тыуҙы, тағы ла биш йылдан кесе ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Ғаилә ишәйеү менән бергә торлағыбыҙ ҙа киңәйҙе. Мин үҙемде ғаиләгә арнаным, хәстәрлектәр күп булыуына ҡарамаҫтан, бухгалтер эшен ташламаным. Мәшәҡәттәр артҡас, ирекле графиклы эш тураһында уйлана башланым, – тип ғаилә тормошо менән таныштыра әсә.

Шулай итеп, Резида Ирек ҡыҙы эшҡыуар булып китә, декрет осоронда хуш еҫле сәйҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Аҙаҡ психолог профессияһын үҙләштерә, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында уҡый, системалы ғаилә психологияһы буйынса психолог аккредитацияһын ала. Ул – Дөйөм Рәсәй профессиональ психотерапия лигаһының мөхбир ағзаһы.

- Психолог профессияһына мин аңлы рәүештә килдем, сөнки һәр саҡ кешеләргә кәңәштәрем йәиһә ярҙамым менән булышырға яраттым. Шуны билдәләргә теләйем, балалар һәм ғаилә ҡатын-ҡыҙҙың социаль үҫешенә ҡамасау була алмай. Киреһенсә, балалар һәм ғаилә  аҫыл зат өсөн илһам сығанағы һәм дәрт биреүсе көс, үҫеү өсөн ҙур таяныс. Әгәр ғаиләлә ауырлыҡтар тыуһа, һәр саҡ белгестәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин, – тип кәңәш бирә психолог.

Күп балалы әсә һәм ғаилә психологы булараҡ, Резида Зәйнуллина бөтә балаларҙың да сәләмәт йәмғиәттә йәшәүен, һөнәр һайлауҙа уңышҡа ирешеүен, бәхетле булыуын, күп балалы ғаиләләр ҡороуын теләй. Зәйнуллиндарҙың өлкән улы Санкт-Петербургта политехник университетты тамамлаған, әле эре IT компанияһында эшләй, өйләнгән. Ҡыҙҙары табип һөнәрен һайлаған, бөгөн Мечников исемендәге медицина университетында уҡый. Кесе ҡыҙҙары урта мәктәпте тамамларға йыйына, теләге  – дизайнер булыу. “Эш ниндәй юлды һайлауҙа түгел,  ә уның тап һинеке булыуында һәм ҡәнәғәтлек  тойғоһо тыуҙырыуында. Ғаилә һәм балалар – сикләү түгел, ә ир һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн берҙәй ҡеүәтле ресурс”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Резида Ирек ҡыҙы.

Фото: ғаилә архивынан.

Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел
Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел
Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел
Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел
Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел
Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел
Ғаилә һәм балалар үҫеш өсөн ҡамасау түгел
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас