Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
15 Февраль , 19:00

Һигеҙенсеһе, иң наҙлыһы!

Ҙур һәм татыу ғаилә йылында донъяға килгән сабыйға аҡ бәхеттәр, ғаиләгә именлек һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Һигеҙенсеһе, иң наҙлыһы!
Һигеҙенсеһе, иң наҙлыһы!

Салауат районының Миндеш ауылында йәшәгән  Ғариповтар ғаиләһендә һигеҙенсе бала донъяға килде. Айҙар Мәғзүм улы менән Ләйсән Илдус ҡыҙы һәр саҡ ҙур һәм татыу ғаиләлә балалар тәрбиәләү тураһында хыяллана. Әлегәсә улар Оксана, Роза, Ләйлә, Аделина исемле дүрт ҡыҙға һәм Артур, Айнур, Тимур исемле өс улға атай-әсәй булһалар, хәҙер Илназ был исемлекте тағы тулыландырҙы.

 Ата-әсә сабыйҙарына исемде  бергәләп уйлап табып, уға матур йөкмәтке һалған. ”Наҙлы булып, ил наҙы булып үҫһен сабый!”– тип теләй ирле-ҡатынлы Ғариповтар.

ЗАГС бүлеге начальнигы  Анастасия Сергеева бәхетле ата-әсәне ҡотлап, уларға Рәсәй гражданының тәүге документын– тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты тапшырҙы.

Ҙур һәм татыу ғаилә йылында донъяға килгән сабыйға аҡ бәхеттәр, ғаиләгә именлек һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: “На земле Салавата”.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас