Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Февраль , 18:15

“Таланттар йондоҙлоғо “– үҙе бер ҙур һәм татыу ғаилә!

Конкурс сиктәрен киңәйтте, хәҙер унда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа, етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар ҙа, махсус хәрби операция яугирҙәренең балалары ла ҡатнаша.

“Таланттар йондоҙлоғо “– үҙе бер ҙур һәм татыу ғаилә!
“Таланттар йондоҙлоғо “– үҙе бер ҙур һәм татыу ғаилә!

Өфөлә 15-се тапҡыр “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы уҙа. Конкурс директоры, “Әсәләр советы” төбәк йәмәғәтселек бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Башлығы эргәһендәге инвалидтар мәсьәләләре буйынса координация советы ағзаһы Гөлшат Ибраһимова был мөһим бәйгенең барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы.

– Уның тарихы 2010 йылда, кесе ҡыҙым Айгөл менән Өфөләге сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән реабилитация үҙәгенә эләккәндән һуң башланды. Уға ике генә йәш ине. Беҙгә бик ҙур ярҙам күрәһәттеләр, психологик яҡтан да, сөнки мин баланың диагнозын ишетеп, бөтөнләй юғалып ҡалғайным. Үҙәк директоры Рауил Минибаев ярҙамында ата-әсәләр берлеге барлыҡҡа килде, тора-бара ул “Әсәләр советы” йәмәғәт ойошмаһына әүерелде. Беҙҙә әсәләр үҙҙәренең балаларына ғына түгел, башҡаларға ла ярҙам ҡулы һуҙа, аралашырға, конкурстарҙа ҡатнашырға булыша. Һәләтле балаларҙың күплеге хайран ҡалдырҙы, тик диагноздары арҡаһында һайлап алыу турҙарын үтә алмайҙар ине. Шулай итеп, үҙебеҙҙең  конкурсты ойоштороу тураһында уйлана башланыҡ.Тик уның бындай ҙур кимәлгә етәсәген белмәнек. Тәүге йылда 200-гә яҡын ғариза алдыҡ, финалға йөҙгә яҡыны үтте, төрлө номинациялар уйлап табып, барыһын да наградланыҡ.

Конкурс сиктәрен киңәйтте, хәҙер унда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа, етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар ҙа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла ҡатнаша.

Номинацияларҙы ижади һәм фәнни-белем төркөмдәренә бүлдек. Ауыр сирле балалар конкурс эштәренең видеояҙмаларын ебәрә. Онкологияға дусар балалар  – үҙенсәлекле категория. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙәре киләһе конкурсҡа тиклем йәшәй алмай.

Хәҙер беҙгә райондарҙан әҙерлекле ҡыҙ һәм малайҙар килә, район хакимиәттәре уларға ярҙам итә. Ошо ваҡыт эсендә конкурс танылыу алды, тәүҙә ул йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме менән башланһа, хәҙер уға Өфө ҡала хакимиәте, Мәҙәниәт, Мәғариф, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, Фән буйынса дәүләт комитеты ярҙам күрһәтә. Беҙҙең маҡсат ҡына үҙгәрешһеҙ – конкурс үткәреүҙән тыш, балаларға ҙур сәхнәләргә сығырға булышыу, һөнәр һайлауҙа юл күрһәтеү. Балаларыбыҙ дуҫлаша, аралаша, ғашиҡ була. Ҡайһы берҙәре үҫеп сығып, ҡыҙым Айгөл кеүек, үҙҙәре ярҙам итә. Беҙ – ҙур һәм татыу ғаилә!

Фото: Гөлшат Ибраһимованың шәхси архивынан.

“Таланттар йондоҙлоғо “– үҙе бер ҙур һәм татыу ғаилә!
“Таланттар йондоҙлоғо “– үҙе бер ҙур һәм татыу ғаилә!
“Таланттар йондоҙлоғо “– үҙе бер ҙур һәм татыу ғаилә!
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас