Талбазыла Тавабиловтар ғаиләһен белмәгән кеше юҡтыр, моғайын.
Резида Зөфәр ҡыҙы менән Эдуард Климович бынан егерме йылдар элек хәстәрлекккә, өй йылыһына мохтаж балаларҙы ҡосағына ала.
Яҙмыш үҙе был аҙымға сәбәпсе була. Резида Зөфәр ҡыҙының туғаны фажиғәгә тарығандан һуң ғаилә ябай булмаған, әммә берҙән-бер дөрөҫ ҡарарға килә – балаларҙы балалар йортона бирмәҫкә, ә ғаиләгә алып тәрбиәләргә.
“Әсәйһеҙ ҡалған балаларға нисек ауыр булыуын һүҙ менән генә лә аңлатырлыҡ түгел. Уларға һүҙ ярҙамы ла, матди ярҙам да бик кәрәк ине. Йыуатыу ҙа, йәшәү өсөн көс биреү ҙә мөһим ”, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Резида Зөфәр ҡыҙы.
Шулай итеп, Тавабиловтар ғаиләһе ағзалары һигеҙ булып китә. Тәүге ваҡытта ауырлыҡтар етерлек була, көнкүреште яйға һалаһы, балаларҙы урынлаштыраһы, ашатып-эсерәһе бар. Тиҙҙән кәрәкле йыһаздар, кейем-һалым, һауыт-һаба һатып алына, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Ваҡыт уҙыу менән ғаилә лә ҙурайыуын дауам итә. 2011 йылда Тавабиловтар Благовещен ҡалаһына күсеп килә һәм балалар йортонан кескәйҙәрҙе тәрбиәгә алырға ниәтләй. Ғаиләгә беренсе булып Эрик килә, аҙаҡ Дана һәм Даниил өҫтәлә. Араларында иң ауыр яҙмышлыһы – Даниил, быға тиклем ул ике тапҡыр тәрбиәгә алынған ғаиләнән ҡаса, бер кемгә лә ышанмай, йомоҡ холоҡло, бик тиҙ үпкәләп бара торған малай була.
Балалар ғаилә тормошона төрлөсә яраҡлаша. Мәҫәлән, Дана яңы тормош шарттарына оҙаҡ күнегә алмай, ауырлыҡ менән мәктәптә уҡый. Яйлап ул да күмәк ғаиләлә йәшәүгә күнегә, оло йорт ҡағиҙәләрен ҡабул итә. 2015 йылда Тавабиловтар тағы бер ҡыҙҙы үҙҙәренә алып ҡайта. Өс йәшлек Таня ҡатмарлы характерлы, тәрбиәгә ауыр бирелеүсән бала булыуы менән айырыла, өҫтәүенә инвалид статусына эйә. Бер нисә йылдан ҡыҙ бала уңышлы үҫешә башлай, хатта инвалидлығын алалар.
2018 йылда ғаилә балалар йортонан йәнә биш ҡыҙҙы тәрбиәгә ала. Апалы - һеңлеле өсәүһе бер ғаиләнән, икәүһе – икенсе ғаиләнән. Шул уҡ йылда ағалы-ҡустылы ике малайҙы ҡабул итәләр. Һәр баланың үҙ яҙмышы, үҙ холоҡ-фиғеле, үҙе генә кисергән үткәне бар. Улар Тавабиловтарҙың оло берҙәм ғаиләһендә үҙҙәренә ҡарата һөйөү, иғтибар менән осраша, яйлап йөрәктәрендәге боҙ иреп, кешеләргә ышаныс тойғоһо менән йәшәй башлай. Оло йорттоң мәшәҡәттәре лә, берлектәге эштәре лә етерлек. Ваҡытында өй йыйыштырырға, мал-тыуарҙы ҡарарға, аш-һыу әҙерләргә кәрәк. Тап ошондай хәстәрлектәр, уйындар, күңел асыуҙар балаларҙы яҡынлаштыра, дуҫлаштыра, һөнәрҙәргә өйрәтә.
“Беҙ һәр саҡ бергә ҡайнаныҡ, кемдер картуф таҙарта, кемдер йәшелсә йыуа, кемдер бешеренә... Төшкө ашты ҙур һауыттарҙа бешерәбеҙ. 24 лирлыҡ кәстрүл, 18 литрлыҡ ҡаҙан беҙҙең ғаиләгә бик тә таман ине. Көндәребеҙ күңелле үтте, үҙебеҙҙең ғаилә традицияларыбыҙ булды, тыуған көндәрҙе торттар, шашлыҡ, бүләктәр менән үткәрҙек, – ти Резида Зөфәр ҡыҙы. – Эдуард Климович гитарала уйнаһа, балалар йырға ҡушыла, күңелле көндәр күп булды. Балаларға һәр саҡ: “Беҙ – бер ғаилә, һеҙ барығыҙ ҙа туғандар. Дуҫ булып, татыулыҡта йәшәргә кәрәк”, тип өйрәттек.”
Бөгөн балаларҙың күбеһе үҫеп етеп, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Кемдер үҙ туғандарына, ата-әсәһенә йәки олатай-өләсәһенә әйләнеп ҡайтҡан, кемдер үҙ аллы тормош көтә, кемдер колледжда уҡый. Шуның менән бергә Тавабиловтар ғаиләһе менән бәйләнеш әле лә өҙөлмәй.
“ Ҙур ғаилә – әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур шатлыҡ, шуның менән бергә ҙур яуаплылыҡ та. Минең йортом балалар өсөн һәр саҡ йылы, йәмле. Улар өсөн көн һайын күңелемде һалып тәмле аш-һыу әҙерләйем, һәр береһен ҡосаҡлап, ҡәҙерле һүҙҙәремде ҡабатлайым. Балаларығыҙҙы яратығыҙ – улар быны мотлаҡ баһалаясаҡ”, – ти Резеда Зөфәр ҡыҙы.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.