Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Февраль , 22:25

Бөгөн дә ышаныслы алға бара

"Тотош быуат буйына һеҙҙең ойошма сирҙең ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеү өсөн сәбәп булмауын иҫбатлай, ул йәмғиәткә нисек файҙалы, үҙ илеңдең ысын патриоттары булыу  мөмкинлегенә һәм кәрәклегенә юл күрһәтә".

Бөгөн дә ышаныслы алға бара
Бөгөн дә ышаныслы алға бара

Баш ҡалалағы “Атайсал” мәҙәниәт үҙәгендә Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте Башҡортостан ойошмаһына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған “Үткән быуаттан – хәҙерге быуатҡа” тип аталған  ҙур сара үтте.  

Бөгөн республика ойошмаһында күҙ күреүе буйынса инвалидтар һаны 5150 кешене берләштерә.Яңыраҡ ойошма составына хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә күреү һәләтен юғалтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы биш яугир инде. Сарала Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте вице-президенты Александр Коняев  ҡатнашып, ойошма ағзаларын иҫтәлекле көн менән ҡотланы.

– Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең йәмәғәт ойошмаһы бөгөн ышаныслы алға бара, Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан ватандаштарыбыҙҙы реабилитациялауҙа уның  бай тәжрибәһе бар. Бөгөн ойошмала махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәребеҙ ҙә ярҙам ала, “Ватанды яҡлаусылар” фонды менән бергә эшләйбеҙ, – тине ул. – Ойошмаға күптәр төрлө юлдар менән килде, шулай булыуына ҡарамаҫтан, улар бында татыу ғаиләне, дуҫ кешеләрҙе тапты, профессиональ ярҙам һәм яҡлау алды. Инвалидтар хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен  яҡлау буйынса эшләгән кешеләргә рәхмәт, – тип белдерҙе Александр Коняев.

 Йәмғиәт составындағы Башҡортостан ойошмаһы олпат йәштә булыуы һәм әүҙемлеге  менән айырылып тора. Быуат дауамында һуҡырҙарҙы һәм насар күреүселәрҙе эшкә урынлаштырыу, һөнәргә өйрәтеү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса даими эш алып барыла.

Ошо ваҡыт эсендә һуҡырҙар өсөн предприятиелар, артелдәр, оҫтаханалар булдырылды. Халыҡ ҡулланыуы өсөн ябай, әммә бик кәрәкле изделиелар етештерелде. Ҡала һәм райондарҙа һөнәр алыу өсөн мәктәп һәм курстар ойошторолдо, клуб һәм китапханалар булдырылды, Брайль системаһы буйынса яҙыуға һәм уҡыуға өйрәтеү түңәрәктәре эшләне.

Күреү буйынса инвалидтарға дәүләт ҙур ярҙам күрһәтә. Реабилитация саралары, шифаханаларға путевкалар алыуҙа, “Асыҡ мөхит” һәм социаль туризм программаларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов йәмәғәт ойошмаһының насар күреүсе кешеләрҙе яҡлау менән бергә уларға башҡалар кеүек йәшәргә, эшләргә, һәләттәрен үҫтерергә һәм ил үҫешенә лайыҡлы өлөштәрен индерергә ярҙам итеүен билдәләне.

 Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Сәүбәнова әйтеүенсә, республикала 7,5 меңгә яҡын кеше күҙ күреү проблемаларына эйә, уларҙың бөтәһе лә хәстәрлеккә һәм яңы технологияларға мохтажлыҡ кисерә.

– Беҙ бөгөн инклюзия юлынан барабыҙ, беҙҙең маҡсат – республикала һәр урынды сикләнмәгән мөмкинлектәр биләмәһенә әүерелдереү. Һеҙ бынан 100 йыл элек башланған бөйөк эште дауам итәһегеҙ, ярҙамға мохтаждарҙы хәстәрлек һәм мәрхәмәтлек менән солғайһығыҙ, – тине етәксе ҡотлау һүҙендә.

Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу еңел бурыс түгел. Шулай ҙа был йәһәттән дә өлгө булырлыҡ предприятиелар бар. Бәләбәйҙәге “Белавтодеталь” һәм Белореттағы технологик предприятиеларҙа күреү буйынса йөҙгә яҡын инвалид эшләй.

 Инвалидтарҙы реабилитациялауҙа физкультура һәм спорттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн спортсылар 11 дисциплина буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Спорт тарихында исемдәрен ҡалдырған сағыу йондоҙҙарҙы кемдәр генә белмәй! Паралимпия еңеүселәре, атлеттар Рима Баталова, Сергей Севастьянов, Илдар Помыкалов, йәш спортсылар – дзюдоист Артем Меркулов менән Алһыу Насирова, шашкасы Илшат Сәхәев, самбист Венер Латипов ...

“Бына тотош быуат буйына һеҙҙең ойошма сирҙең ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеү өсөн сәбәп булмауын иҫбатлай, ул йәмғиәткә нисек файҙалы булыу , үҙ илеңдең ысын патриоттары булыу  мөмкинлегенә һәм кәрәклегенә юл күрһәтә .Һеҙҙең күбегеҙ ирекмәндәр хәрәкәтендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнаша, фронттан ҡайтҡан яугирҙәргә ярҙам итә. Һеҙгә көс-ҡеүәт, шундай уҡ әүҙемлек һәм оптимизм теләйем, эшегеҙҙе башҡарыуҙы дауам итегеҙ”, – тип сараға йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте Рәсәй Геройы Денис Чернавин.

 Тамашасылар менән шығырым тулы зал, республика сәнғәт йондоҙҙарының  сағыу сығыштары, көслө алҡыштар, күңелле мөхит байрамса кәйеф тыуҙырҙы. Ойошманың 100 йыллығына арналған иҫтәлекле миҙалдар, Рәхмәт хаттары менән әүҙемселәрҙең иң-иңдәре наградланды.

Валерий Шахов фотолары.

Бөгөн дә ышаныслы алға бара
Бөгөн дә ышаныслы алға бара
Бөгөн дә ышаныслы алға бара
Бөгөн дә ышаныслы алға бара
Бөгөн дә ышаныслы алға бара
Бөгөн дә ышаныслы алға бара
Бөгөн дә ышаныслы алға бара
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас