Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Март , 15:00

“Был мәсьәләлә һаман уртаҡ фекер юҡ...”

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, ҡануни һәм башҡарма власть, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре менән үткән осрашыу иң көнүҙәк темаларҙың береһенә арналды.

“Был мәсьәләлә һаман уртаҡ фекер юҡ...”
“Был мәсьәләлә һаман уртаҡ фекер юҡ...”

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, ҡануни һәм башҡарма власть, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре менән үткән осрашыу көнүҙәк темаларҙың береһенә арналды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “2026 йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһында”ғы Указына ярашлы, был осрашыуҙа ҡатнашыусылар “Башҡортостан Республикаһында ғаилә институтын нығытыу, тыуымды арттырыу һәм демографик хәлде яҡшыртыу” тигән темаға фекер алышты.

“Демографик проблема – бөгөн Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла иң көнүҙәк һәм ауыр хәл ителеүсе мәсьәлә булып тора, ошо йүнәлештә үткәрелгән барлыҡ кәңәшмәләр һәм осрашыуҙар, парламент тыңлауҙары һәм түңәрәк өҫтәлдәр, тәбиғи, был проблеманы хәл итеү юлдарын асыҡлауға арнала”, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина. – “Бала тыуҙырыуға, икенсе һәм өсөнсө, артабанғы сабыйҙарҙы табыуға нимәләр ҡамасаулай? Ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү демографияны яҡшыртасаҡ? Был турала тәҡдимдәр күп, әммә йәмәғәтселектең уртаҡ фекергә килгәне юҡ әле”.

Осрашыуҙа шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова һәм башҡалар сығыш яһаны. Ишембай һәм Өфөнөң Ленин райондарында күп балалы ғаиләләргә ҡарата хәстәрлек сараларының нисек ойошторолоуы тәжрибәһе тураһында ла һөйләнеләр.

Сара аҙағында күп балалы ғаиләләргә РФ Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай наградаларын тапшырыу тантанаһы үткәрелде. Бындай ғаиләләр араһында Хәйбулла районынан Бикбовтар, Ишембай районынан Елена менән Сергей Крамер һәм башҡа ғаиләләр бар ине.

Автор фотоһы.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас