Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ошо көндәрҙә III Республика төбәк туҡланыу операторҙары форумын уҙғарҙы. Өфөләге “Торатау” конгресс-холында мөһим темалар буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары, социаль туҡланыу үҙәктәренең, мәғариф ойошмаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың күргәҙмәләре ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
Мәҫәлән, “Системалы һанлы ҡарарҙар” тип аталған беренсе фекер алышыу майҙансығында Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Федераль туҡланыу сифатына мониторинг үҙәге директоры Валентина Иванова ла ҡатнашты. Ул Башҡортостандың был тармаҡта заманса үҫешкә ынтылыуын, һөҙөмтәле алымдар ҡулланылыуын билдәләне. “Республикала төбәк сеймалы өлөшө әүҙем арттырыла. Һеҙҙәге иң яҡшы тәжрибә өлгөләре илебеҙҙең башҡа субъекттарында ла хуплау таба, өйрәнелә, – тине директор. – Ата-әсәләр, уҡыусылар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үткәрелгән анкеталарҙа әүҙем ҡатнаша. Һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ата-әсәнең 80 проценты мәктәптә туҡланыу сифатын юғары баһалай”.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская үҙҙәренә халыҡтан балаларҙы мәғариф ойошмаларында туҡландырыу йәһәтенән килгән мөрәжәғәттәр хаҡында һөйләне, был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләгәндә башҡа төбәктәрҙәге, ҙур ҡалаларҙағы һөҙөмтәле тәжрибә өлгөләрен дә өйрәнеү мөһимлеген билдәләне.
Майҙансыҡта “Мәктәптә туҡланыуҙа яһалма интеллект: меню төҙөгәндә ҡулланылған технологиялар”. “Социаль карталарҙың башҡорт регистры”, “Дөйөм белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороуҙа һәм уға контролдә һанлы технологияларҙы ҡулланыу” кеүек көнүҙәк темалар буйынса ла киң фекер алышыу булды.
Фойела төрлө район-ҡалаларҙан килгән туҡланыу операторҙарының, социаль туҡланыу үҙәктәренең бай күргәҙмәһе ойошторолғайны. Араларында Шишмәнән “ВкусЛайн” балалар һәм диетик туҡланыу заводы вәкилдәре лә булды. Ошо уҡ көндә предприятиела Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булып, яңы цехтар асыуҙа ҡатнашҡайны. “ВкусЛайн” төбәктең белем биреү учреждениеларына аҙыҡ-түлек етештереп ташый.
III Республика төбәк туҡланыу операторҙары форумының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш быуынды сифатлы туҡландырыуҙың ҙур әһәмиәтен, был эш-ғәмәлдең дәүләт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе булыуын, уға артабан да ҙур иғтибар бүленәсәген билдәләне.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan