Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Март , 09:15

Ипотека алыусылар кәмей

Башҡортостанда ипотека кредиты күләме 55 процентҡа кәмегән

Ипотека алыусылар кәмей
Ипотека алыусылар кәмей

 

Берләшкән кредит бюроһы 2026 йылдың ғинуарына йомғаҡ яһаны: республикала торлаҡ кредиттары һаны һәм күләме 2025 йылдың декабре менән  сағыштырғанда яртыһынан ашыуға аҙайған.

Йылдың беренсе айында республика халҡы дөйөм суммаһы 12,25 миллиард һум булған 3 048 ипотека алған. Кредиттың уртаса күләме – дүрт миллион һум. Ғинуарҙа бирелгән кредит күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урынды биләне. Иң күп кредит алыусылар һәм кредит күләме – Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас