Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
6 Март , 21:00

Һау бала – имен киләсәк

Беҙҙең социаль туҡланыуҙы ойоштороу буйынса тәжрибәне башҡа төбәктәр ҙә өйрәнә.

Һау бала – имен киләсәк
Һау бала – имен киләсәк

Киләсәк быуындың сәләмәтлеген хәстәрләүгә республикабыҙҙа ҙур иғтибар бүленә. Ә һаулыҡ нигеҙе – аҙыҡ-түлектең сифатлы булыуында. Республикабыҙҙа өсөнсө тапҡыр үткәрелгән туҡланыу операторҙары форумында тап ошо темаға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды, башҡарылған эштәргә байҡау яһалды, алға яңы бурыстар ҡуйылды.

Федераль эксперттарҙан – ыңғай баһа

Республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороуҙың үҙенсәлекле моделе булдырылған, уны илебеҙҙең башҡа төбәктәре лә өйрәнә һәм файҙалана. Беҙҙә был тармаҡты заманса үҙгәртеп ҡороу 2019 йылда – төбәк операторҙарының беренсе форумында башланғайны. Хәҙер инде эш тулыһынса яйға һалынған, уға ил эксперттары ла ыңғай баһа бирә. Мәҫәлән, әлеге сараға ярашлы уҙғарылған, “Системалы һанлы ҡарарҙар” тип аталған беренсе фекер алышыу майҙансығында Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Туҡланыу сифатына федераль мониторинг үҙәге директоры Валентина Иванова ла ҡатнашҡайны. Ул Башҡортостандың был тармаҡта заманса үҫешкә ынтылыуын, һөҙөмтәле алымдар ҡулланылыуын билдәләне.

– Республикала төбәк сеймалы өлөшө әүҙем арттырыла. Һеҙҙәге иң яҡшы тәжрибә өлгөләре илебеҙҙең башҡа субъекттарында ла хуплау таба, өйрәнелә, – тине ул. – Ата-әсәләр, уҡыусылар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үткәрелгән анкеталарҙа әүҙем ҡатнаша. Һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ата-әсәнең 80 проценты мәктәптә туҡланыу сифатын юғары баһалай. Башҡортостандың мәктәптәрҙә туҡланыуҙы камиллаштырыу буйынса проекты Стратегик башланғыстар агентлығының иң яҡшы идара итеү ғәмәлдәре конкурсында ике тапҡыр еңеү яуланы – был, һис шикһеҙ, республикала алып барылған уңышлы эш сағылышы.

Фекер алышыу майҙансығында ҡатнашҡан эксперт – Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская билдәләүенсә, беҙҙең мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын тикшереү өсөн бракераж комиссиялары ла эшләй. Мәғариф учреждениелары сайттарына меню әҙер ризыҡтарҙың фотоһүрәте менән ҡуйыла, QR-код буйынса асыла. Ата-әсә электрон системаларҙа балаларҙы туҡландырыуға ҡағылышлы фекерҙәрен ҡалдыра, улар профилле министрлыҡтарға һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең дашбордына килә. Ошондай эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә дәғүәләр күпкә кәмегән.

Улар МХО яугирҙәренә лә ярҙам итә

Форумға ярашлы, “Торатау” конгресс-холы фойеһында төрлө район-ҡалаларҙан килгән туҡланыу операторҙарының, социаль туҡланыу үҙәктәренең бай күргәҙмәһе ойошторолдо. Араларында Шишмәнән “ВкусЛайн” балалар һәм диетик туҡланыу заводы вәкилдәре лә булды. Ошо уҡ көндә был предприятиела Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булып, яңы цехтар асыуҙа ҡатнашҡайны.

“ВкусЛайн” төбәктең белем биреү учреждениеларына аҙыҡ-түлек етештереп ташый. Бынан тыш, предприятие махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена предметтары, көнкүреш химияһы, һалдаттарға кәрәкле кейем-һалым, Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре өсөн смартфондар, флеш-карталар, техника һәм төҙөлөш материалдары, шулай уҡ МХО биләмәһенә, тейешенсә йыһазландырып, “Патриот” автомобиле ебәрелгән. Йәнә республиканың 12 районында “Күңел һәм өй йылыһы” тигән акция үткәргәндәр. Һөҙөмтәлә, дөйөм алғанда, мәктәп ашнаҡсылары 250 килограмм һалма ҡырҡып, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә күстәнәс итеп һалған.

Ғөмүмән, Башҡортостандың социаль туҡланыу предприятиелары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам күрһәтә.

“Һөт кухняһы” ниндәй өлгө күрһәтә?

2023 йылда төбәктә Социаль туҡланыуҙы ойоштороуға берҙәм талаптар булдырылып, республика Хөкүмәте тарафынан раҫланды. Улар уҡыусыларҙы сифатлы йылы ризыҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. “Социаль туҡланыу идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы уңышлы эшләй. Уның хеҙмәткәрҙәре йылына 700 самаһы күсмә тикшереү уҙғарып, мәктәп, дауахана һәм башҡа социаль ойошмаларҙағы аҙыҡ сифатын контролдә тота, ошо йәһәттән эшмәкәрлекте яҡшыртыу буйынса кәңәштәр бирә.

– Был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар биреү, әлбиттә, һәйбәт, – ти республикала балалар өсөн махсус аҙыҡ-түлек етештереп таратыу менән шөғөлләнгән “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров. – Беҙ төп иғтибарҙы сифатҡа йүнәлтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта хәйриәлек тә эшмәкәрлектең бер өлөшөнә әйләнде. “Һөт кухняһы”н 2019 йылда булдырғайныҡ, шул ваҡыттан алып төбәгебеҙҙең 120 меңдән ашыу кешеһенә беҙҙең продукция бушлай бирелде. Улар – ауырлы, сабый имеҙгән әсәйҙәр, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән өс йәшкә тиклемге балалар, опекаға алынған малайҙар һәм ҡыҙҙар. 2023 йылдан иһә был исемлеккә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың яҡындары ла индерелде. Ә күптән түгел МХО ветерандарына ла бушлай бирергә ҡарар иттек.

Эльдар Рәмил улы әйтеүенсә, ошондай социаль тәьминәт ыңғай һөҙөмтә, алға этәргес бирә. Әле республикала уларҙың 134 продукция таратыу пункты эшләй, сауҙа үҙәктәрендә 11 урын булдырғандар. “Һөт кухняһы”ның республикала ете етештереү майҙансығы бар – Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында.

– Хәҙер балаларға ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә таҙа аҙыҡ-түлек, мәҫәлән, татлы йогурттар, төрлө сыр, май, кефир, маффиндар, күмәстәр, кеүәҫ һ.б. етештерәбеҙ, – ти Эльдар Сәйғәфәров. – Быйылға пландарға килгәндә, Үрге Ҡыйғылағы майҙансыҡҡа яңы ҡорамалдар алып, ҡымыҙ аҙыҡтары етештерә башларға уйлайбыҙ. Иң мөһиме – урындағы сифатлы һөттән әҙерләнгән ризыҡтар һәр ғаиләнең өҫтәлендә булһын.

Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, 2020 йылда Башҡортостанда диабет, фенилкетонурия сирҙәренән яфаланған балалар өсөн ата-әсә менән берлектә махсус меню эшләнде. Уға йәмәғәт ойошмалары тарафынан тәҡдим ителгән өй рецептары нигеҙ итеп алынды. Меню Роспотребнадзор һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан хупланды. 2024 йылда иһә глютенһыҙ меню эшләнде, ул 7 – 11 йәшлек балаларҙа артыҡ ауырлыҡты иҫкәртеү өсөн тәҡдим ителә.

---------------------------------

Мәктәп ашханаларында урындағы аҙыҡ-түлек өлөшөн нисек арттырырға? Республикала был мәсьәлә ауыл хужалығы кооперативтары үҫешен хәстәрләү иҫәбенә хәл ителә. Ярҙам саралары араһында шундай алымдар бар:

* федераль бюджеттан бер тапҡыр бирелә торған 3 – 70 миллион һумлыҡ грант;

* ҡорамал алыуға киткән сығымдың 60 процентҡа тиклемен компенсациялау;

* республика ҡаҙнаһы иҫәбенә, сеймалдың, әҙер ризыҡтарҙың сифатын аккредитацияланған лабораторияларҙа тикшереү һ.б.

--------------------------------

Башҡортостандың социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы республика уҡыусыларының 76 процентын йылы аш менән тәьмин иткән етештереүселәрҙе һәм операторҙарҙы бергә туплай. Улар – етди инвесторҙар: 2022 йылдан әлегәсә мәктәп ашханаларын яңыртыу өсөн 185 миллион һум йүнәлткәндәр. Ассоциация тарафынан шулай уҡ ярымфабрикаттар, ҡамыр аштары, кондитер изделиелары әҙерләү буйынса 14 шәхси етештереү майҙансығы булдырылған.

----------------------------    

Балаларҙы туҡландырыу өлкәһендәге уңыштарҙы федераль наградалар ҙа раҫлай. Мәҫәлән, былтыр Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе ашханаһы илдең ҡала учреждениелары араһында иң яҡшыһы тип танылды. Өфөнөң 115-се гимназияһы “Топ-20” исемлегенә инде. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбе хеҙмәткәре “Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы” номинацияһында икенсе урын яуланы. Шулай уҡ Өфөнөң 121-се гимназияһы, 161-се лицейы, Шишмә, Иглин, Нуриман, Благовар райондары мәктәптәре федераль кимәлдәге конкурстарҙа призер булды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Һау бала – имен киләсәк
Һау бала – имен киләсәк
Һау бала – имен киләсәк
Һау бала – имен киләсәк
Һау бала – имен киләсәк
Һау бала – имен киләсәк
Һау бала – имен киләсәк
Һау бала – имен киләсәк
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас