Матурлыҡ, аҡыл һәм һәләт. Ошоларҙың барыһы баш ҡалабыҙҙа һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған конкурста баһаланды. Әйткәндәй, бындай бәйге Өфө медицина округының медицина хеҙмәткәрҙәре араһында беренсе тапҡыр уҙғарылды. Округҡа ҡараған 10 дауахана һәм поликлиника вәкиле башта үҙҙәренең медицина ойошмаларында һайлау турҙарын үтте.
Сараны Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында 5-се ҡала клиник дауаханаһы ҡарамағындағы йәштәр советы ойошторҙо. Конкурсҡа әҙерлек бер айҙан ашыу барҙы. Уны ойоштороусыларҙың береһе, 5-се ҡала клиник дауаханаһының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Александр Әхмәтов хәбәр итеүенсә, сарала ҡатнашыусылар видеопрезентация, ижади номерҙар һәм сәхнәлә дефиле әҙерләгән.
5-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Нәдирә Әмирова проект идеяһын уйлап сығарған һәм үҙе конферансье ролендә сығыш яһаған. “Сер итеп кенә әйтәм – хатта еңеүселәр тажын да конкурс алдынан төндә генә тиерлек эшләп бөттөк”, - ти Александр Әхмәтов.
Был үҙенсәлекле бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙар түбәндәге һынауҙарҙы үткән:
— видеопрезентация,
— медицина кейемендә дефиле,
— интеллектуальный баттл,
— “Диагноздарҙан ситтә таланттар” ижади конкурсы.
Һөҙөмтәлә “Мисс медицина” титулын В. Ғ. Сәхәүетдинов исемендәге 21-се ҡала клиник дауаханаһының функциональ диагностикалау бүлексәһе өлкән шәфҡәт туташы Рәмилә Латипова яуланы. Рүзилә Чугаева (50-се поликлиника) – беренсе вице-мисс, Мариям Элоян (6-сы стоматология поликлиникаһы) икенсе вице-мисс титулы хужаһы булды. Лиана Ҡасимова тамашасылар һөйөүе бүләгенә лайыҡ булды.
- Сибай медицина колледжын тамамланым һәм хәҙер Өфөлә эшләйем. Киләсәктә юғары медицина белемен алырға уйлайым. Сығышым менән Ейәнсура районынанмын. Мәктәптә уҡығанда уҡ “Ейәнсура районы һылыуы” исемен яулағайным. Шуға күрә ошо сарала ҡатнашырға тәҡдим иткәстәр, ыңғай ризалаштым. Бындай бәйгеләр яңы хис-тойғолар, танышлыҡтар һәм үҙеңә ышаныс бүләк итә, - тип белдерҙе Рәмилә.
Республиканың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин бындай башланғыстарҙың беренсел профсоюз ойошмаларының һәм йәштәр советтарының әүҙемлеге һөҙөмтәһендә килеп сығыуы тураһында һөйләне.
- Барыһы ла идеянан һәм бер фекер йөрөтөүселәрҙән башлана. Әгәр башланғыс хуплау таба икән, ул республика күләмендә үткәреләсәк сараға әүерелә. Бәлки, киләсәктә “Мисс медицина” конкурсы тотош республика күләмендә ойошторолор, - тине ул.
Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!