Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
6 Март , 09:00

Ҡунаҡсыл “Тирмә” һеҙҙе көтә

Социаль контракт республика кешеләренә ғаилә килеменең яңы сығанаҡтарын табырға ярҙам итә.

Ҡунаҡсыл “Тирмә” һеҙҙе  көтә
Ҡунаҡсыл “Тирмә” һеҙҙе көтә

Бәләбәйҙә йәшәгән эшҡыуар Әлфиә Шафиҡова дәүләттән милли кафены йыһазландырыу маҡсатында 350 мең һум аҡса алған. Ул былтыр бизнес-идея менән Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәгенең район филиалына мөрәжәғәт иткән һәм социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһында ҡатнашҡан. Дәүләт средстволарына эшҡыуар кухняны яңырта, конвекциялы мейестәр, һыуытҡыслы витриналар һәм башҡа заманса ҡорамалдар һатып ала.

– Социаль контракт республика кешеләренә ғаилә килеменең яңы сығанаҡтарын табырға ярҙам итә. Былтыр рәсмиләштерелгән дүрт меңгә яҡын социаль контракттарҙың 1100-ө бизнес йүнәлешендә. Быйыл социаль контракт ярҙамында программала ҡатнашыусы 72 кеше эшҡыуар булып китте, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

Бәләбәйҙәге "Тирмә" (“Юрта”) милли кафеһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтың яратҡан урынына әүерелде. Кафе хужабикәһе үҙенсәлекле ғаилә рецептарына, аш-һыуға иғтибар биреүҙән тыш, ҡунаҡтарҙың һәйбәт ял итеүе өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. 

Кафела милли кейемдәр элементтары менән фото зоналары барлыҡҡа киләсәк. Хужабикәнең әйтеүенсә, улар кейтеринг хеҙмәтләндереүен дә планлаштыралар.

Социаль контракттан килемдәре төбәктәге йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр йәки яңғыҙ кешеләр файҙалана ала. Бының өсөн Республика халыҡҡа ярҙам итеү үҙәге филиалдарында, Күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә,  шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ғариза яҙып тапшырырға мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект ”Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.

Өлкән быуын өсөн оҙайлы тәрбиәләү системаһын индереү һәм социаль стационарҙарҙы яңыртыу планлаштырыла. “Ғаилә” бынан алдағы “Демография” милли проектын үҫтерәсәк һәм илдә тыуымды артырыуға һәм ярлылыҡты кәметеүгә йүнәлтеләсәк.

Владимир Путин әсәлек капиталын һәм ғаилә ипотекаһының льготалы программаһын кәм тигәндә 2030 йылға тиклем оҙайтыуҙы тәҡдим итте. Демография проблемалары үтә киҫкен торған төбәктәргә 75 миллиард һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Бының өсөн Республика халыҡҡа ярҙам итеү үҙәге филиалдарында, Күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә,  шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ғариза яҙып тапшырырға мөмкин.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас