Яңғыҙ әсәләр хеҙмәт ҡануниәте тарафынан нисек яҡланған? Балаһын үҙе генә тәрбиәләгән ҡатынға нисек өҫтәмә гарантияларын иҫбатларға? Ошо хаҡта Республика дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова һөйләне.
- Иң башта шуны билдәләргә кәрәк, 16 йәшкә тиклем ҡыҙын йәки улын, шулай уҡ 18 йәшкә тиклемге инвалид балаһын үҙе генә тәрбиәләгән әсәне етәксе теләге менән генә эштән ебәреп булмай. Иҫкәрмә: ойошма бөтөрөлгәндә йәки шәхси эшҡыуарҙың үҙ эшмәкәрлеген тамамлауы осрағында ғына был мөмкин. Ошо хаҡта Рәсәй Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһында әйтелгән.
14 йәшкә тиклем балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән әсәгә, коллектив килешеүенә ярашлы, эш хаҡы һаҡланмайынса, өҫтәмә 14 көн отпуск ҡаралыуы мөмкин. Уны ҡатын үҙенә ҡулайлы ваҡытта алыу хоҡуғына эйә. Был көндәрҙең йыл һайын бирелгән түләүле ялға йәки айырым файҙаланылыуы ихтимал (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 263-сө статьяһы). Бынан тыш, ошо уҡ кодекстың 259-сы статьяһына ярашлы, 14 йәшкә тиклем балаһың үҙе генә тәрбиәләгән ҡатын үҙенең яҙма ризалығы булған осраҡта ғына хеҙмәт командировкаларына ебәрелә йәки өҫтәмә эшкә йәлеп ителә ала.
Бынан тыш, Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында әсәй менән атайҙың береһенә бирелгән гарантиялар тураһында яҙылған. Уларҙан яңғыҙ әсә лә файҙалана ала. Мәҫәлән, уның 14 йәшкә тиклем ҡыҙы йәки улы, шулай уҡ 18 йәшкә тиклем инвалид балаһы бар осраҡта тулы булмаған эш көнөнә хоҡуғы бар. Әсәнең, шулай уҡ инвалид-баланы тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе булараҡ, айына бер тапҡыр өҫтәмә түләүле дүрт ял көнөнә хоҡуғы барлығы тураһында ла белеү фарыз.
Шул уҡ ваҡытта “Нисек ҡатындың үҙенең яңғыҙ әсә статусын раҫлай ала?” тигән һорау тыуа. Шуныһы: илдә яңғыҙ әсә статусын асыҡлаған бер норматив акт та юҡ. Ошоноң менән бәйле, эш биреүселәр ирһеҙ бала тапҡан йәки баланың тыуыу таныҡлығындағы “атай” тигән графала һыҙыҡ торғандарҙы ғына иҫәпләргә күнеккән. Әммә был улай түгел. Балаһын үҙе генә, атай ҡарауынан тыш тәрбиәлгән әсә яңғыҙ тип иҫәпләнә. Әгәр атай үлгән, атайлыҡ хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән икән, хәбәрһеҙ юғалған, эшкә яраҡһыҙ, һаулығының торошона ярашлы балаһын ҡарай алмай тип танылған, хөкөмдө үтәү урынында йәки баланы тәрбиәләүҙән ҡаса икән – күренеүенсә, төрлө хәлдәр күп. Әгәр хеҙмәткәр ҡатын үҙенең баланы бер үҙе генә тәрбиәләүен раҫлай икән, хеҙмәт ҡануниәте тарафынан яңғыҙ әсәләргә ҡаралған гарантияларға иҫәп тота ала.
Сығанаҡ: БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!