Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Март , 02:00

15 мартҡа тиклем ваҡытығыҙ бар

Срок үҙгәрҙе – хәҙер запасҡа биш көн бирелә.

15 мартҡа тиклем ваҡытығыҙ бар
15 мартҡа тиклем ваҡытығыҙ бар

Рәсәйҙә 1 марттан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрҙе – ул айҙың 10-сы көнөнән 15-енә күсерелә. Мәҫәлән, февраль өсөн 15 марттан да һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.

Төҙәтмәләр индерелгәнсе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәр айҙың 10-сы көнөнә тиклем түләү мотлаҡ ине. Ләкин Торлаҡ кодексы һәм «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһында»ғы закон статьяларына индерелгән үҙгәрештәр «запас» биш көн бирә.

Үҙгәрештәр коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү графигын илдә эш хаҡы алған көнгә тура килтереү өсөн кәрәк булды. Закон буйынса хеҙмәт хаҡына түләүҙәр айына ике тапҡыр күсерелергә тейеш.

Шәхси иҫәп приборҙары күрһәткестәрен элеккесә һәр айҙың 25-нән дә һуңға ҡалмайынса тапшырыу талап ителә. 

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас