Бишбүләк районында йәшәгән Зиннәтуллиндар ғаиләһе йылылыҡ һәм хәстәрлек бөркөлөп торған күркәм йортта йәшәй. Олатай менән өләсәй бер юлы бәхетһеҙлеккә осрап ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙы үҙ янынан һыйындырҙы. Ете йәшлек Лилиә менән дүрт йәшлек Илнарҙың бәхетле тормошо бер көндә селпәрәмә килде.
Ярай әле, улар эргәһендә сабыйҙарҙы бер минут та иҫтән сығармаған олатаһы Айрат Исраил улы менән өләсәһе Нәзидә Мөсәүир ҡыҙы бар. Улар уйланып та, икеләнеп тә тормай, ейәндәрен опекаға алды, балалар үҙҙәрен яҡланған итеп тойһон өсөн барыһын да эшләне.
–Беҙ башҡаса булдыра алманыҡ, – ти Нәзидә Мөсәүир ҡыҙы. – Беҙҙең бурыс уларҙы ашатыу-эсереү генә түгел ине, улар яңынан үҙҙәрен бәхетле тойһон, йылмайһын, рәхәтләнеп уйнаһын, яңғыҙ тоймаһын өсөн тырышлыҡ һалырға тейеш инек.
Лилиә хәҙер өсөнсө класта уҡый. Уҡытыусылар уны яҡшы уҡыуы, өлгөрлөгө, мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашыуы өсөн маҡтай. Ҡыҙ шиғырҙар ҙа яҙа. Илнар балалар баҡсаһына йөрөй, бик теремек, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан малай, тиҙәр.
Зиннәтуллиндар өйө үҙенә балаларҙы магниттай тартып тора. Ғаиләнең үҙ традициялары бар, ял булһа, күмәкләп тәмле-томло ҡамыр аштары бешерәләр. Күңелһеҙлеккә бында урын юҡ. Олатай менән өләсәй уларҙың ата-әсәһе тураһындағы иҫтәлекте һаҡларға ярҙам итә, тик ул хәтирәләр ауыр йөк булып баҫмаһын өсөн тырыша.
Лилиә менән Илнар һөйөү эсендә йәшәй, уларҙың бәхетле булып үҫәсәгенә ышанабыҙ.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.