Стәрлетамаҡ ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Вячеслав Андреевҡа Өфө клиникаларының береһендә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы менән килешеү буйынса бушлай медицина ярҙамы күрһәтелде. Операция алдынан пациент тикшереү үтте, табиптар уның бөтә һорауҙарына яуап бирҙе. Пластик операция уңышлы үтте. Бер нисә аҙна ул табиптар күҙәтеүендә буласаҡ.
Ветеран һауыҡҡандан һуң ҡул ҡаушырып ултырырға уйламай, ул специальносы буйынса - инженер-энергетик. “Мин эшемде дауам итергә, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә теләйем. Табиптар һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы ярҙамында миндә ышаныс тыуыуына мөмкинлек барлыҡҡа килде”, – ти Вячеслав Андреев.
Яугир фронтта өлөшләтә мобилизацияға ярашлы хеҙмәт итә. Донецк йүнәлешендә артиллерист була. Мобилизациянан һуң бер йыл үткәс, контракт төҙөй, хәрби хеҙмәтте пехотала үтә. Былтыр май айында миномет һөжүме ваҡытында яралана. Өҫтәүенә эргәһендә дошман дроны эшкә тотона. Вячеслав, ауыртыныуын баҫып, ҡан ағыуын туҡтата. Аҙаҡ Ростовта, Мәскәүҙә дауалана. Хәрби госпиталдәрҙә уға ҡан ҡоялар, тәндең өҫкө өлөшөндәге ярсыҡтарҙы алалар. Был ваҡытта эстетика тураһында уйлау ҙа мөмкин булмай. Икенсе тапҡыр егеттең ғүмере тағы хәүеф аҫтында ҡала, ярсыҡ арҡаһында башы эренләй. Баш һөйәгендә пластина ҡуйыу буйынса бер нисә операция үткәрергә, зыян күргән күҙҙе алып, протезларға тура килә. Табиптар операциялар ярҙамында яугирҙең ғүмерен һаҡлай, әммә йөҙҙәге йәрәхәттәр ҡала.
“Беҙ яугирҙәргә ярҙам итергә теләгән күп ойошмалар менән бергә эшләйбеҙ. Шуларҙың береһе - пластик хирургия клиникаһы. Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү нигеҙендә беҙ йөҙҙәре йәрәхәтләнгән ветерандарҙы бушлай операцияларға йүнәлтәсәкбеҙ. Бөгөн Өфө клиникаһында тәүге операция яһалды, бер нисә аҙнанан клиника икенсе яугирҙе ҡабул итергә әҙер”, – тине “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Фото: ”Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының матбуғат хеҙмәте.