Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Март , 14:00

Сабыйҙы өйҙә биш апаһы көтә!

Бәхетле атай Ҙур һәм татыу ғаилә йылында  көтөп алған улы тыуыуына сикһеҙ шат.

Сабыйҙы өйҙә биш апаһы көтә!
Сабыйҙы өйҙә биш апаһы көтә!

Повираевтар ғаиләһендә алтынсы сабый донъяға килде.  Бәхетле атай Ҙур һәм татыу ғаилә йылында улы тыуыуына сикһеҙ шат. Белорет районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегендә Иван Викторович көтөп алған улы Дмитрийҙың тыуыуы тураһында таныҡлыҡ алды.

 Сабыйға берҙәм ғаиләлә тыуыу бәхете йылмайҙы. Уны өйҙә биш апаһы: Мария, Анна, Алла, Ярослава, Ксения көтөп алды.

 Күп балалы ғаиләне улдары тыуыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, барыһына ла именлек, һаулыҡ  насип итһен. Повираевтар  тормошонда бары һөйөнөслө ваҡиғалар, яҡты көндәр генә булыуын теләйбеҙ!

Фото:Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас