Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Март , 15:30

Исемле йылдар ниндәй саралар үтер?

Беҙҙә 74 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар. 

Исемле йылдар ниндәй саралар үтер?
Исемле йылдар ниндәй саралар үтер?

Мәғлүм булыуынса, быйыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы иғлан ителде. Быға ярашлы ниндәй саралар үтер? Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә вице-премьер – спорт министры Руслан Хәбибов исемле йылдың төп сараларын атаны.

Апрель-май айҙарында республикала “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы уҙғарыла. Быйыл конкурста ете номинация ҡаралған: “Алтын ғаилә”, “Ауыл ғаиләһе”, “Күп балалы ғаилә”, “Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә”, “Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе”, “Спорт ғаиләһе” һәм “Тәрбиәгә алынған ғаилә”. Былтыр еңеүселәр иҫәбенә Өфөнән күп балалы Андрющенко ғаиләһе инде. Бүләкләү тантанаһы Кремлдә үтә.

Киләһе ҙур сара – Республика ғаилә-демография форумы. Уны май айында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә үткәреү планлаштырыла. Унда республиканың әүҙем ғаиләләре, федераль спикерҙар ҡатнашасаҡ.

Башҡортостандың район һәм ҡала хакимиәттәре ҡарамағында күп балалы ғаиләләр советтары ойоштороласаҡ. Орган күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, уларҙың мәнфәғәтендә социаль-иҡтисади сәйәсәт формалаштырыуҙа ҡатнашыу, власть органдары менән үҙ-ара эш итеү менән шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ ғаиләләр өсөн инфраструктураны һәм ярҙам системаһын үҫтереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Был — ғаилә-йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, ғаиләләрҙең үҙҙәре тарафынан ғаилә аллеяларына нигеҙ һалыу, йыл темаһына муралдар булдырыу, улар булмаған муниципалитеттарҙа медиация хеҙмәтен булдырыу.

– Йыл дауамында ғаилә һауыҡтырыу һәм спорт саралары үткәреләсәк. Балаларҙы тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ғаиләләрҙе дәртләндерәсәкбеҙ. Быйыл, әлбиттә, ҙур иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, шулай уҡ инвалид балалары булған ғаиләләргә айырым ярҙам күрһәтеләсәк, – тине Руслан Хәбибов. – Бөгөн Башҡортостанда 74 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙа 250 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Ҙур һәм татыу ғаилә йылын иғлан итеү – ул балалы ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса системалы эште дауам итеү, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү һәм һәр баланың именлеген тәьмин итеү өсөн яңы шарттар булдырыу өсөн уникаль мөмкинлек. Йылдың төп маҡсаты — күп балалы, күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү, ә Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылы менән бәйле – күп милләтле ғаиләләрҙең абруйын күтәреү.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас