

Өфөнөң “Кооператив” биҫтәһендәге "Ҡарағайҙар" (“Сосны”) торлаҡ комплексы халҡы өсөн яңы балалар баҡсаһының асылыуы күптән көтөп алынған шатлыҡлы ваҡиға булды. Алты меңдән ашыу кеше йәшәгән биләмәлә төҙөлгән беренсе “ҡарлуғас” ул. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһын төҙөү 2017 йылда башланһа ла, төрлө сәбәптәр арҡаһында эште туҡтатып торорға тура килгән. Ниһайәт, башланған эш 2024 йылда тергеҙелде, һәм бына “Урман әкиәте” тип аталған балалар баҡсаһы кескәйҙәргә ишектәрен асты.
Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә яңы балалар баҡсаһын онлайн режимда асыу тантанаһы үтте. Учреждение хеҙмәткәрҙәренең һәм ата-әсәләрҙең шатлығын уртаҡлашырға килгән министрлыҡ, ведомство вәкилдәре сағыу, күркәм бинаның уйын, йоҡо бүлмәләре, төрлө уңайлыҡтар менән танышты. ”Ҡаланың яуаплы төҙөүселәре средстволары иҫәбенә ҡала төҙөлөшө комитетының тырышлығы менән күптән көтөп алынған социаль объект төҙөлөшөн тамамлай алдыҡ. Тағы ике яңы балалар баҡсаһын сафҡа индереү көтөлә”, – тип билдәләне тантанала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
Майҙаны 2263,45 квадрат метр тәшкил иткән учреждение 156 урынға иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһында төрлө йәштәге балалар өсөн алты төркөм эшләй. Коллектив кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Тыштан балҡып ултырған бинаның эсендә балаларҙы гармониялы үҫтереү, тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Иркен уйын, йоҡо бүлмәләре, иҙәндәге йомшаҡ келәмдәр, матур йыһаздар, мультфильм геройҙары, төрлө йәнлек һүрәттәре менән биҙәлгән шкафтар, төркөм тормошон һүрәтләгән, балалар ижадын сағылдырған стендтар иғтибарҙы үҙенә тарта. Башҡорт телен өйрәнеү төркөмөнә яҡын урында боронғо башҡорт тирмәһенең өлгөһө урынлашҡан. Кескәйҙәр өсөн халыҡ, төбәк тарихын, боронғо көнкүрешен өйрәнеүҙә бына тигән йәнле пособие.
“Шишмәкәй” тип аталған башҡорт телен өйрәнеү төркөмө тәрбиәсеһе Гүзәл Ҡоҙаҡаева ошо биҫтәлә йәшәй. “Мин ошоғаса Өфө ҡалаһының 49-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем. Эшем бик оҡшай ине. Тик яңы балалар баҡсаһының асылыуы менән тормошомдо үҙгәртергә булдым, сөнки “Урман әкиәте” учреждениеһы йәшәгән йортомдоң эргәһендә генә, ҡыҙым Мәликәне етәкләп биш минутта килеп тә етәм. Ҙур ҡалала был үҙе ҙур уңыш инде, – ти Гүзәл Илдар ҡыҙы. – Кескәйҙәрҙе Башҡортостан мәҙәниәте менән таныштырасаҡмын. Программаны үҙем төҙөйөм. Яңы ғына “Урал батыр” эпосы буйынса төшөрөлгән мультикты бергәләп ҡарап, балалар менән нимә ул яҡшылыҡ, нимә ул яманлыҡ һорауҙарына яуап эҙләнек. Бәләкәстәр менән эшләүе тынғыһыҙ булһа ла, уларҙың самимылығы, барыһын да белергә ынтылыуы миндә яҡшыраҡ эшләргә дәрт уята. Улар өр-яңы балалар баҡсаһына йөрөй башлауҙарына бик һөйөнә, элеккеһе менән сағыштыра, яҡшы яҡтарын билдәләй. Балаларҙың күбеһе үҙебеҙҙең биҫтәнән, ҡайһылары Суровканан күсте. Һүҙ ҙә юҡ, яңы балалар баҡсаһының асылыуы торлаҡ комплексы халҡы өсөн дә, учреждениеның 48 хеҙмәткәре өсөн дә көтөп алынған байрам булды”.
Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә яңы балалар баҡсаһын онлайн режимда асыу тантанаһы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Урман әкиәте” балалар баҡсаһына хәйерле юл теләп, “ошондай балалар баҡсалары һәм мәктәптәр күберәк булһын”, тине.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.