

Юлия һәм Таһир Насировтарҙың Александра исемле ҡыҙҙары һәм Эмиль исемле улдары үҫеп килә. Атай кеше бер юлы ғаиләһенең йәнә ике кешегә ишәйеүен, “королева игеҙәктәре” донъяға килеүен башына ла килтермәгәндер, моғайын. Сөнки бындай үҙенсәлекле ваҡиға бик һирәк була, ти белгестәр, 1000 бала табыу осрағына – ни бары бер тапҡыр ғына!
Өфө ҡалаһы Дим районының ЗАГС бүлегендә ғаиләне иҫтәлекле, шатлыҡлы көндәре менән ҡотлап, бәхетле атайға сабыйҙарҙың тәүге документтарын – тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын тапшырҙылар. Таһир Рим улы менән Юлия Олеговнаны икеләтә бәхеттәре менән ҡотлап, сабыйҙарҙы тәрбиәләүҙә уңыштар теләйбеҙ
Игеҙәктәр ата-әсәнең тормошон шатлыҡтары, йылмайыу- көлөүҙәре, шаянлыҡтары менән оҙатып барһын! Бәхетле йәшәгеҙ, бергәләп үҫегеҙ!
Ватанды яҡлаусылар көнөндә Мәләүез районы һәм ҡалаһы ЗАГС бүлегендә тағы бер ғаиләне игеҙәктәр тыуыуы менән ихлас ҡотланылар. Динә һәм Олег Булатовтар игеҙәк улдары тыуыуына бик шат!
Сабыйҙарҙың һау-сәләмәт, көслө һәм бәхетле булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ! Игеҙәктәрҙең ата-әсәһенә һаулыҡ һәм түҙемлек насип итһен.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.